Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГАЛАКТИКАЛАР

Просмотров: 1559

ГАЛАКТИКАЛАР, гигант (йөҙҙәрсә млрд йондоҙҙарға тиклем) йондоҙ системалары. Спираль, эллипс һәм төҙөк булмаған формаларҙа була. Ҙур Г. дөйөм һанының 70%‑ын тәшкил иткән спираль Г. ядроһы һәм спираль рәүешендәге еңле дискыһы була. Эллиптик Г. сфера йәки эллипсоид формаһында була, уларға йондоҙҙарҙың бер тигеҙ бүленеүе хас. Төҙөк булмаған типик Г. — Ҙур һәм Бәләкәй Магеллан  Болоттары. Иңе бер нисә тиҫтә яҡтылыҡ йылы булған гигант Г. һәм бер нисә млн йондоҙҙан торған кәрләләр билдәле. Г. өйкөмдәр (системалар, төркөмдәр) барлыҡҡа килтерә, уларҙың ҡайһы берҙәренә 100 меңгә тиклем ағза инә. Системалар эсендәге Г. араһындағы алыҫлыҡ — 1—2 млн яҡтылыҡ йылы, Г. системалары араһындағыһы йөҙҙәрсә млн яҡтылыҡ йылы тәшкил итә. Беҙҙең Галактика, Ҙур һәм Бәләкәй Магеллан Болоттары, Андромеда томанлығы 30‑ҙан ашыу ағзаһы булған урындағы галактикалар төркөмөнә инә. БР терр‑яһында ябай күҙгә күренгән (аяҙ айһыҙ төндә) берҙән‑бер Г. булып Андромеда томанлығы тора. 20 б. 70‑се йй. уртаһынан Стәрлетамаҡ педагогия академияһында (О.В.Миколайчук) Бюракан астрофизик обсерваторияһы (Әрмәнстан), С.‑Петербург, Уральск (Екатеринбург ҡ.) һәм Львов (Украина) ун‑ттары ғалимдары м‑н берлектә галактиканан тыш астрономия өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барыла. Актив ядролы Г. (квазарҙар, Сейферт Г., блазарҙар — Кеҫәртке BL‑ы тибындағы объекттар) өйрәнелә.

Әҙәб.: Миколайчук О.В., Миколайчук Н.П. Исследование активных ядер галактик //Физика в Башкортостане. Уфа, 1991; Миколайчук О.В. Поиск периодических составляющих в вариациях блеска активных ядер галактик //Актуальные вопросы механики, электроники, физики Земли и нейтронных методов исследования. Стерлитамак, 1997.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: