Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУҢЫР ҠУҢЫҘ

Просмотров: 769

ҠУҢЫР ҠУҢЫҘ (Osmoderma eremita), ҡаты ҡанатлылар отрядының суҡ мыйыҡлылар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Европала һәм Кавказ алдында таралған. Кәүҙәһе киң, яҫы, 24—30 мм оҙонлоҡта. Ҡуңыр төҫтә, йәшкелт металға оҡшаш ялтырауыҡлы. Башы йыйырсыҡлы, мыйығы ҡыҫҡа, япраҡ формаһында. Өҫкө ҡанаты ҡабарынҡы, даға рәүешле, түңәрәк. Алғы сирағы 3 тешле. Енси диморфизм хас: ата ҡуңыҙҙарҙың алғы арҡаһының уртаһында — киң буй бураҙна, инә ҡуңыҙҙарҙыҡында ваҡ буй батынҡылыҡ һәм алғы өлөшөндә 2 түмһәләк бар. Йомортҡаларын ҡарт ағас ҡыуышына һала. Ҡарышлауыҡтары дуға формаһында, 90—100 мм оҙонлоҡта, 3 йыл һәм унан да ашыу ваҡыт дауамында үҫешәләр. Ҡуңыҙҙар июнь–сентябрҙә оса; эңерҙә һәм төндә әүҙемдәр. Ағастарҙың ярылған олондарынан ағып сыҡҡан һут менән, ҡарышлауыҡтары серек үҙағас менән туҡлана. Өлкән ҡуңыҙҙарҙың бер нисә метр алыҫлыҡтан һиҙелгән көслө, насар еҫе бар. БР‑ҙа Благовещен, Бөрйән, Бөрө, Ғафури, Ишембай, Өфө һәм Стәрлетамаҡ райондарының ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандарында осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Г.А.Миһранова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022