Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАМА

Просмотров: 1004

ҠАМА (Lutra lutra), һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 70—95 см, ауырлығы 5—6 кг. Йөнө ҡара көрән, ҡуңыр йәки көрән, ҡорһағында асығыраҡ, көмөш төҫмөрлө; һырт йөндәре шырт, төпкө мамығы ҡуйы, һыуға сыланмай тиерлек. Башы бәләкәй. Һыуға сумғанда ҡолаҡ тишеген ҡаплаусы клапан бар. Аяғы ҡыҫҡа, биш бармаҡлы, бармаҡ остарына тиклем етеп торған яҡшы үҫешкән йөҙөү ярылары бар; табаны яланғас. Ҡойроғо (50 см тиклем) бер аҙ яҫы, төбө ҡарараҡ төҫтә. Полигам. Енси яҡтан 2—3 йылда өлгөрә, йылына 1 тапҡыр ишетеү юлы ҡапланған һуҡыр 2—4 бала тыуҙыра. 15 йылға тиклем йәшәй. Төндә әүҙем. Башлыса балыҡ һ.б. ваҡ һыу, һыу яны хайуандары м-н туҡлана. Үтә күренмәле һәм шәп ағымлы йылға ярындағы өңдәрҙә йәшәй. Яҡшы йөҙә һәм сума. Һунарҙы рациональ алып бармаған арҡала, 20 б. аҙ. Ҡ. һаны ҡырҡа кәмей. Ағиҙел, Йүрүҙән, Өфө, Һаҡмар, Эйек, Әй йй. һәм уларҙың ҡушылдыҡтарының һыубаҫар туғайҙарында осрай. Һунар кәсебе объекты. БР-ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.В.Едрёнкин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019