Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӨНШӨГӨР

Просмотров: 747

МӨНШӨГӨР (Botaurus stellaris), ҡауҙы һымаҡтар отрядының селәндәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла һәм Африкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 70—80 см, ауырлығы яҡынса 1,8 кг, ҡанатының ҡоласы 135 см тиклем. Арҡаһында ҡауырһынының төҫө ҡараһыу ерән, аҡһыл таплы, ҡорһағында — ерәнһыу, көрән буй таплы. Башы ҙур, суҡышы, муйыны һәм аяғы оҙон. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Енси диморфизм хас түгел. Моногам. Ояһы (диаметры 50 см, бейеклеге 35 см) йомро формала, ҡуйы үлән араһында ҡамыштан һ.б. үҫемлектәрҙән ҡора. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, 3—5 (һирәгерәк 7) тоноҡ һары, тоноҡ йәшел йәки көрәнһыу ерән төҫтәге йомортҡа һала. Башлыса инә ҡош 25—26 көн баҫа. М. төнгө ҡош. Сүмесбаштар, тәлмәрйендәр, ваҡ ҡыҫалалар, балыҡтар һәм бөжәктәр менән туҡлана. Екән, күрән, ҡамыш һ.б. дым яратыусы үҫемлектәр үҫкән һаҙлыҡ ситтәрендә, күл ярҙарында йәшәй. БР‑ҙа урман зонаһының көньяғында, урман-дала һәм дала зоналарында осрай.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.10.2022
Связанные статьи: