Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙОФАР

Просмотров: 902

ЙОФАР (Desmana moschata), бөжәк ашаусылар отрядының йофарҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Европала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 18—21 см, ауырлығы 4,5 кг тиклем. Йөнө ҡуйы, йомшаҡ, арҡаһында ҡара көрән, ҡорһағында көмөш-һоро төҫтә, һыуланмай. Башы оҙонса, танауы оҙон, хәрәкәтсән “томшоҡ” рәүешендә. Күҙе бәләкәй, насар үҫешкән. Тышҡы ҡолағы юҡ, ишетеү ярыҡтары хәрәкәтсән тире ҡатлауы м‑н ҡаплана ала; муйыны ҡыҫҡа, аҙ хәрәкәтләнә. Аяҡ бармаҡтарының араларында йөҙөү ярылары бар, артҡы аяғы алғыһына ҡарағанда оҙонораҡ һәм көслөрәк. Ҡойроғо (22 см тиклем) тәңкәле, ян‑яҡтарынан яҫы, өҫкө ҡырында ҡуйы йөнлө киль бар. Моногам. Енси яҡтан 6 айҙа өлгөрә, йылына 1, һирәгерәк 2 тапҡыр 1‑ҙән алып 5‑кә тиклем яланғас һуҡыр бала тыуҙыра. 4 йылға тиклем йәшәй. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Моллюскылар, бөжәктәр, селәүсендәр, ваҡ балыҡтар, тәлмәрйендәр, ш. уҡ һыу үҫемлектәре бүлбеләре һәм тамырһабаҡтары м‑н туҡлана. Һыубаҫар туғайлы һыу ятҡылыҡтарында, һыу аҫтында сығыу урыны булған өңдәрҙә йәшәй. 1934—36 йй. реакклиматизациялар өсөн ТАССР‑ҙан Башҡортостанға индерелә һәм Дүртөйлө һәм Бөрө р‑ндары терр‑яһында Ағиҙел й. һыубаҫар туғайына ебәрелә. 20 б. 90‑сы йй. һирәкләп Дүртөйлө һәм Илеш р‑ндарының һыубаҫар туғайлы һыу ятҡылыҡтарында осрай. Ҡиммәтле тиреле йәнлек. БР һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.В.Едрёнкин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.04.2023