Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛАҠАС ТУРҒАЙҘАР

Просмотров: 856

АЛАҠАС ТУРҒАЙҘАР (Fringillidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. Яҡынса 140 төрө билдәле. Австралия, Океания, Мадагаскар һәм Яңы Гвинея утрауҙарынан башҡа, бөтә Ер шары буйлап таралған. Башҡортостанда 16 төрө иҫәпләнә. Шыршы турғайы, ҡыҙылтүш, һары турғай, ҡупшы турғай йыл әйләнәһенә йәшәй. Алаҡас турғай, балғабаш, йәшел турғай, алағанат турғай, киндер турғайы оя ҡорорға ҡайта. Ала ҡыҙылтүш, урагус, йәки оҙонҡойроҡ ҡыҙыл турғай, тау таҡыя турғайы, таҡыя турғай, көлһыу таҡыя турғай, тундра таҡыя турғайы, ҡарағай турғайы ҡышҡылыҡҡа килә. Кәүҙә оҙонлоғо 11—19 см. Ҡауырһын ҡапламы ҡалын, тығыҙ. Төҫө төрлө: күпселек төрҙәрҙең түше һәм ҡорһағы  ҡыҙыл, һары, йәшел; арҡаһы буҙ, аҡһыл һоро, көрән; ҡанаттарының күберәк өлөшө ҡара төҫтә, 1 йәки 2 арҡыры аҡ һыҙыҡлы. Башы йомро, муйыны ҡыҫҡа. Суҡышы төрлө формала. Ҡойроғо уймаланып, төҙ йәки бер аҙ түңәрәкләнеп бөтә. Енси диморфизм хас: ата ҡоштар сағыуыраҡ төҫтә. Моногам. Парланышып ерҙә, ағастарҙа, ҡыуаҡтар, таштар араһында һәм ҡая ярығында оя ҡоралар. Йылына бер (һирәк ике) тапҡыр бала сығара, 2—7 сыбар йомортҡа һала. Уларҙы инә һәм ата ҡош бергә йәки инә ҡош бер үҙе 14 көн тирәһе баҫа. Башлыса үҫемлектәр, бала сығарған саҡта бөжәктәр м‑н туҡлана. Бөтә ерҙә лә осратырға мөмкин. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарын юҡ итә, ҡый үләндәре орлоғон ашай.

Е.В.Карев

Тәрж. Ә.Ә.Барлыбаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: