Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СҮСЛЕ ҮҪЕМЛЕКТӘР

Просмотров: 1803

СҮСЛЕ ҮҪЕМЛЕКТӘР, механик туҡымаларында бик күп сүстәр йәки емештәрендә һәм орлоҡтарында оҙон төксәләр булған үҫемлектәр. С.ү. туҡыу сәнәғәтендә еп һәм туҡымалар (оҙон етен, мамыҡ үләне), үрелгән әйберҙәр (балан, муйыл, тал), бумалалар, һалабаш, щёткалар (йүкә), һеперткеләр (күкһәүел, селек), ҡағыҙ һәм ҡатырға (ҡайын, уҫаҡ, шыршы һ.б.), мендәр эсенә тултыра торған мамыҡ (екән, мамыҡбаш күрән) эшләү өсөн ҡулланыла. Иң ҡиммәтлеләре булып һабағында (етен, киндер һ.б. сүсле культуралар), япрағында (агава, яңы зеландия етене), емешендә (сейба тропик үҫемлеге), орлоғонда төксәләр рәүешендә (мамыҡ үләне) техник сүс булған һәм сүс алыу өсөн үҫтерелгән сүс культуралары (ҡара: Техник культуралар) тора. Башҡортостанда С.ү. өйрәнеү 20 б. 30‑сы йй. аҙ. Е.Н.Клобукова‑Алисова тарафынан башлана, ул С.ү. төр составын аса, таралыуын һәм фенологияһын өйрәнә. 60‑сы йй. алып ҡырағай үҫеүсе С.ү. ареалдарын һәм биол. үҙенсәлектәрен өйрәнеү Биология _Cпu1080 институтында (Е.В.Кучеров, Ә.Х.Ғәлиева, С.С.Хәйретдинов һ.б.) алып барыла. С.ү. декоратив, дарыу, мал аҙығы үҫемлектәре һ.б. коллекцияһы составында интродукцияһы Ботаника баҡса‑институтында тормошҡа ашырыла. Республикала С.ү. 30‑ҙан ашыу ҡырағай төрө: күп йыллыҡ етен (сүстәренең оҙонлоғо 25 мм, сифаты б‑са улар оҙон етендең сүстәренә яҡын), маҙа киндер (ҡоро һабаҡтарҙан сүс сығымы 30%‑ҡа тиклем), ике өйлө кесерткән (сүс оҙонлоғо 25–30 мм) һ.б. табылған. Һалабаш, щёткалар, бумалалар әҙерләү өсөн – йүкә ҡабығын; һеперткеләргә – ҡыуаҡ селектең, урыҫ күкһәүеленең һ.б. һабаҡтарын; сүс һәм төҙөлөш сүбәген етештереү өсөн инә киндерҙең сүстәрен ҡулланалар. Составында сүстең күп булыуы м‑н ш. уҡ аҡ ҡандала үләне, күл ҡамышы, ҡамыш һ.б. айырылып тора. Селтәрле етен, һомғол мамыҡбаш күрән БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Әҙәб.: К л о б у к о в а ‑ А л и с о в а Е.Н. Дикорастущие полезные и вредные растения Башкирии. Т. 1, 2. М.; Л., 1958–1960; К у ч е р о в Е.В. Ресурсы и интродукция полезных растений в Башкирии. М., 1979; е г о ж е. Ботанические экскурсии в Башкирии. Уфа, 1987.

Е.В.Кучеров

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: