Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРУТ ҺЫМАҠТАР

Просмотров: 756

ҠАРУТ ҺЫМАҠТАР (Dipsacaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. 10 заты, яҡынса 300 төрө билдәле, башлыса Урта Диңгеҙ буйында һәм Көнбайыш, һирәгерәк Көнсығыш Азияла, Көнсығыш Европала һәм Көнсығыш Африка тауҙарында таралған. Үлән, һирәгерәк ваҡ ҡыуаҡлыҡ.

Башҡортостанда 4 заттан 6 төрө үҫә. Күп, һирәгерәк ике йыллыҡ үлән. Һабағы йомро, төҙ, аҙ тармаҡланған, башлыса төклө. Япрағы ябай, япраҡ ҡолаҡсыны юҡ, төклө, бөтөн йәки ҡауырһын һымаҡ, эллипс йәки ланцет формаһында, һабаҡ япрағы — ултырма, йышыраҡ ҡапма‑ҡаршы урынлашҡан, тамыр яныныҡы — һаплы, суҡлы. Сәскәһе ҙур түгел, аҡ, һары, күк, алһыу, ҡайһы берҙә ҡуйы ҡыҙыл төҫмөр м‑н, еҫһеҙ; дөрөҫ төҙөлөшлө түгел, ике енесле, тышҡы каса япраҡсаһы һәм редукцияға бирелгән эске (ысын) каса япраҡсаһы м‑н. Тажы көпшәле, 4 йәки 5 айырсалы. Һеркәстәре 4, емешлеге 1, емшәне аҫҡы. Сәскәлеге ҡуйы баштар барлыҡҡа килтерә (ситке сәскәһе эрерәк), өҫкө сәскәле, урама япраҡтары м‑н уратып алынған һәм астра һымаҡтарҙың кәрзиндәрен хәтерләтә. Күбәләктәр, ҡуңыҙҙар, себендәр, бал ҡорттары, иңкештәр һ.б. бөжәктәр м‑н һеркәләнә. Емеше — тышҡы каса япрағы эсенә индерелгән һәм, ғәҙәттә, эске каса япрағы м‑н тамамланған сәтләүек. Емештәре ел (сипылдаҡ), ҡырмыҫҡалар (ҡутырбаш), кимереүселәр һәм ҡоштар (тажтелгән, төймәбаш) м‑н таратыла.

Далаларҙа, болондарҙа, һирәгерәк урман ситтәрендә, БР‑ҙың терр-яһында киң таралған эндемик татар ҡутырбашы киң япраҡлы урмандарҙа һәм ҡыуаҡлыҡтар араһында үҫә. Декоратив үҫемлектәр (һарғылт сипылдаҡ, татар ҡутырбашы һ.б.), мал аҙығы үҫемлектәре (баҫыу ҡутырбашы, һарғылт сипылдаҡ), буяу үләндәре (болон тажтелгәне), баллы үҫемлектәр (баҫыу ҡутырбашы, болон тажтелгәне һ.б.). Составында иридоидтар, сапониндар, флавоноидтар һ.б. биологик актив матдәләр булған баҫыу ҡутырбашы һәм һарғылт сипылдаҡ халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Урал төймәбашы БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: