Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВУДСИЯ

Просмотров: 981

ВУДСИЯ (Woodsia), ағасүлән һымаҡтар ғаиләһенең абаға һымаҡтар заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, бөтә Ер шарында тауҙарҙа таралған. Башҡортостанда Альп В. һәм Эльба В. үҫә. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән, 1,5—20,0 см бейеклектә. Япрағы (вайялары) көрән һаплы, ҡауырһын һымаҡ, төклө; Альп В. япрағы асыҡ йәшел төҫтә (япраҡ йәймәһе аҙ төклө һәм һабынан оҙонораҡ), япраҡ көрәктәре 2—4 пар өлөштән тора, Эльба В. — ҡара йәшел (ҡуйы төклө, япраҡ йәймәһе ҡыҫҡа), 8—20 пар өлөшлө. Сорустары (спорангий төркөмдәре) вайя йәймәһенең ситендә урынлашҡан һәм оҙон төк рәүешендәге япма (индузий) м‑н уратып алынған. Спора, ш. уҡ тамырһабаҡ м‑н үрсей. Июль—авг. спора ҡоя. Ҡая ярығында, һирәк осраҡта аҙ кәҫле ишелмәләрҙә һәм тундраға оҡшаш бергәлектәрҙә базальтта һәм эзбизташта үҫә. Эльба В. һирәкләп Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында, БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән Альп В. Оло Шатаҡ тауында осрай. Декоратив үҫемлек.

З.Е.Ҡылысова, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: