Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРТЫШ ВУЛЬПИЦИДАҺЫ

Просмотров: 1083

АРТЫШ ВУЛЬПИЦИДАҺЫ (Vulpicida juniperinus), пармелия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайник төрө. Талломы япраҡ һымаҡ, аныҡ булмаған формала, киңлеге 4—5 см, асыҡ һары төҫтә, үҙәгендә субстратҡа тығыҙ беркетелгән, ирекле күтәрелеүсән өлөшсәләр м‑н. Өлөшсәләре бер аҙ тармаҡлы, ситтәре тулҡынлы. Талломдың өҫкө яғы шыма йәки бер аҙ йыйырсыҡлы‑бөрмәле, тоноҡ, пикнидиялы. Аҫҡы ҡатламы тарҡау һарғылт гиф ептәре (ризин) м‑н. Талломдың үҙәге асыҡ һары. Апотецияларының (йыш барлыҡҡа килә) диам. 8 мм тиклем, көрән ялтыр дискылы һәм сите асыҡ һары йыйырсыҡлы‑тешле. Себер артышының олондарында һәм ботаҡтарында үҫә. Көньяҡ Урал ҡурсаулығы тауҙарында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.Е.Журавлёва

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: