Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЛИЕВ Әнүәр Лотфрахман улы

Просмотров: 1069

ҒӘЛИЕВ Әнүәр Лотфрахман улы (1.6.1946, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Тауҡай‑Гәйнә а.), радиоинженер. Техник ф. д‑ры (2001), проф. (2005). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). Ташкент элемтә электротехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1970) шунда уҡ эшләй (өҙөклөк м‑н); 1994 й. алып Стәрлетамаҡ пед. акад. (2003 й. башлап фәнни эштәр б‑са проректор); 2011 й. башлап ӨДАТУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында: уҡыу‑уҡытыу һәм фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 2012 й. алып директор. Фәнни эшмәкәрлеге электроакустик системаларҙың тотороҡлолоғон арттырыу проблемалары м‑н бәйле. Ғ. паразит акустик кире бәйләнеште, логика һәм һанлы иҫәпләү техникаһы элементтарына нигеҙләнгән асҡыслы көсәйткестәр өсөн тауыш кәметкестәренең һөҙөмтәле структураһын йомшартыу ысулын һ.б. эшләй. 170‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Сверхэкономичные аппараты индивидуального пользования. Уфа, 2001; Радиотехника. Уфа, 2004 (авторҙ.).

К.Ш.Әхиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: