Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЛИМЙӘНОВ Фауат Ғиниәт улы

Просмотров: 1082

ҒӘЛИМЙӘНОВ Фауат Ғиниәт улы [26.6.1929, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Ҡубыяҙ а. (БР‑ҙың Асҡын р‑ны) – 31.8.2000, Өфө], инженер-механик. Техник ф. канд. (1964), проф. (1989). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1952) Артёмовск машиналар эшләү з‑дында (Свердловск өлк.) эшләй. 1967 й. алып ӨДАТУ‑ла: уҡытыусы, бер үк ваҡытта 1970 й. башлап фәнни тикшеренеүҙәр секторының өлкән ғилми хеҙм‑ре. Фәнни эшмәкәрлеге гидродинамикаға һәм газ динамикаһына, турбиналы машиналарҙы проектлауға арналған. Ғ. тарафынан юғары экономиялы вентиляторҙарҙың аэродинамик схемалары уйлап табыла; шыйыҡлыҡтарҙың стена буйлап уртасалаштырылған турбулентлы хәрәкәтенең теорияһы нигеҙләнә, ул йылылыҡ һәм масса алмашыныуҙы иҫәпләгәндә, үткәргес торба системаларында шыйыҡлыҡтарҙың гидродинамикаһын тасуирлағанда ҡулланыла. Ғ. асыштары машиналар эшләү пр‑тиеларында, үткәргес торба транспортында индерелгән. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Вентиляторы: атлас конструкций. 2-е изд., М., 1968; Теория турбулентного движения в элементах летательных аппаратов. Уфа, 1989; Теория внутреннего турбулентного движения. Уфа, 1999 (авторҙ.).

Ф.Ғәкеров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: