Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘНИЕВ Әлмир Әмир улы

Просмотров: 1269

ҒӘНИЕВ Әлмир Әмир улы (24.10.1940, БАССР-ҙың Учалы р-ны Миндәк ҡсб), инженер-металлург. Техник ф. д-ры (2001), проф. (2003). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). Урал политехник ин-тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1963) 1969 й. тиклем Авиация технологиялары һәм производствоны ойоштороу ҒТИ‑ның Урал филиалында (Өфө) эшләй. 1973 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта (2001–09 йй. машиналар һәм иретеү производствоһы технологияһы каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре утҡа сыҙамлы композициялы иретмәләрҙең синтезы, уларҙың утҡа сыҙамлылығын арттырыуҙың теоретик һәм технологик принциптарын эшләү м-н бәйле. Ғ. никель иретмәләренең 20-нән ашыу төрөн (СЖСИ-1, СЖС-2, УГАТУ-1, УГАТУ-2 һ.б.) аса, иретеү һәм газ турбиналы двигателдәрҙең көрәксәләрен УГАТУ-1 һәм СЖС-2 иретмәләренән ҡойоп яһау, изотермик штамповкалау өсөн инструменттарҙы ЖС95-ДУ иретмәһенән ҡойоп яһау, порошоктарҙы плакирлау юлы м-н иретмәләр сығарыу һәм СЖСИ-1 иретмәһенән быраулау инструменттарын ҡойоп яһау технологияларын уйлап таба. Асыштары БР һәм РФ-тың башҡа төбәктәре пр-тиеларында индерелгән. 250-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 42 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Синтез сплавов. Ч.1. Физико-химические методы оптимизации состава сплавов. Уфа, 2000. (авторҙ.); Теоретические основы синтеза композиционных сплавов. Уфа, 2008; Математические основы синтеза композиционных сплавов. Уфа, 2008.

А.С.Горюхин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: