ҒӘНИЕВА Мүзәйнә Сәйетгәрәй ҡыҙы
ҒӘНИЕВА Мүзәйнә Сәйетгәрәй ҡыҙы [30.6.1932, БАССР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Исламбаҡты а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны)], механик. Физика-матем. ф. д‑ры (1986). ТР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1995). Ә.С.Ғәниевтең һәм Н.С.Ғәниевтең һеңлеһе. Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1955). 1957 й. алып СССР ФА Ҡазан филиалының Ҡазан физика- техника ин‑тында эшләй (1969 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р). 1991 й. алып РФА‑ның Ҡазан фәнни үҙәгендәге Механика һәм машиналар эшләү ин‑тында лаб. мөдире, 2001 й. — төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни хеҙмәттәре пластиналар һәм көплөктәр теорияһының һыҙыҡлы булмаған геом. һәм физик мәсьәләләрен һан алымдары м‑н сығарыуға арналған. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙм.: Прочность и устойчивость оболочек вращения. М., 1992.
Әҙәб.: Земля Ермекеевская… Уфа, 1999.
Р.В.Гәрәев
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов