Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘФИӘТУЛЛИН Рәфәиз Хажи улы

Просмотров: 754

ҒӘФИӘТУЛЛИН Рәфәиз Хажи улы (15.2.1929, БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Сулпан а. – 23.7.2007, Силәбе ҡ.), инженер-электромеханик. Техник ф. д-ры (1977), проф. (1982). РФ-тың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1995), почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1989). Силәбе политехник ин-тын тамамлаған (1960). 1947—50 йй. һәм 1954—55 йй. “Октябрьскнефть” нефть промыслаһы идаралығында эшләй. 1961 й. алып Асыҡ тау эштәре ҒТИ‑нда (сектор мөдире), 1978 й. Көньяҡ Урал ун‑тында (2003 й. тиклем электр күсергесе һәм сәнәғәт ҡулайламаларын автоматлаштырыу каф. мөдире; икеһе лә – Силәбе). Фәнни хеҙмәттәре ҡатмарлы техник объекттар м-н идара итеүҙе автоматлаштырыуға арналған. Ғ. етәкс. Геологоразведкалағы быраулау станоктарының көйләнә торған электр күсергестәре, танкыларҙың ҡоралы м-н идара итеү системалары, трамвайҙарҙағы электр күсергесе өсөн вентиль-реактив типтағы тартыу двигателдәре һ.б. уйлап табыла һәм ғәмәлгә индерелә. 182 фәнни хеҙмәт һәм 43 уйлап табыу авторы. 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. медале м-н бүләкләнгән (2002).

Хеҙм.: Автоматизация процесса геологоразведочного бурения. М., 1977 (авторҙ.); Электротехника: в 3 кн. Челябинск—М., 2003—2005 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: