Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫҪЫЛҒАН ҺАУА ГЕНЕРАТОРЫ

Просмотров: 1028

ҠЫҪЫЛҒАН ҺАУА ГЕНЕРАТОРЫ, һауаны йәки газды ҡыҫыу өсөн (0,4—7,0 МПа баҫымға тиклем) үҙ аллы эшләүсе энергия ҡулайламаһы. Энергия сығанағынан һәм компрессорҙан тора. Компрессор күсергесе өсөн механик энергияны сығарыу ысулына ҡарап газ турбиналы (ҡара: Газ турбиналы ҡулайлама) һәм поршенле Ҡ.һ.г. айыралар. Төҙөлөшө б‑са газ турбиналы генераторҙар ҡыҫылған һауаны үҙәк компрессорҙан (ул газ турбиналы двигатель эсенә инә) йәки ҡулайламаның бер өлөшө булған айырым компрессорҙан  ала торғандарға бүленә. Ҡ.һ.г. авиацияла, төҙөлөштә, транспортта ҡулланыла.

20 б. 50‑се йй. уртаһынан алып осоу аппараттарында һауаны кондициялау өсөн Ҡ.һ.г. итеп ярҙамсы энергия ҡулайламалары файҙаланыла. 90‑сы йй. уртаһынан ӨМЭПБ-ла М‑412 автомобиль двигателе нигеҙендә ике цилиндры компрессор режимында эшләгән поршенле Ҡ.һ.г. етештерелә; ҡыҫылған  һауа күп тотонолмаған ярҙамсы ҡоролмаларҙа (пневмоинструмент, пневмопривод һ.б.) ҡулланыла. 1995 й. Бөтә Союз магистраль торба үткәргестәр төҙөү ҒТИ‑ның Көнсығыш филиалында (Өфө) һәм “Өфө авиация институтының хужалыҡ иҫәбендәге ижади үҙәге” ЯСЙ‑нда газ турбиналы ГСВ‑95 (0,71 Мпа тиклем баҫымда; “Мотор” ҒПБ етештерә) һәм ГСВ‑89 (1,3 Мпа тиклем баҫымда) тибындағы Ҡ.һ.г. файҙаланып, магистраль үткәргес торбаларҙы таҙартыу һәм диагностикалау өсөн УКП‑5, УКП‑9 һәм ТК‑21М күсмә ҡулайламалары эшләнгән.

Х.С.Ғүмәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: