Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВЕРТОЛЁТ МӘМЕРЙӘҺЕ

Просмотров: 944

ВЕРТОЛЁТ МӘМЕРЙӘҺЕ, Ә х м ә р у п ҡ а н ы. Ауырғазы р‑ны Әхмәр а. төньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта Һарыйылға (Өршәк й. басс.) үҙәнендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, көңгөр ярусының аҡһыл һоро гипстарында барлыҡҡа килгән. Оҙонлоғо 1768 м, тәрәнлеге 50 м, күләме 40 мең м3. Ауыҙ тәрәнлеге 40 м һәм диаметры 80 м тирәһе булған упҡан соҡорҙа урынлашҡан. Мәмерйә көньяҡ- көнсығыш йүнәлешендәге 100 м тиклем оҙонлоҡтағы, 40 м тиклем киңлектәге, 6 м тиклем бейеклектәге ике төп параллель һөҙәк-ауыш галереянан тора. Уларҙан көньяҡ-көнбайышҡа табан юлдар китә, юлдарҙың бер өлөшө соҡорҙоң һыртында һәм галереяның түбәһендә асылыусы үрге ҡоро ярусты барлыҡҡа килтерә. Галереяның стеналары һәм түбәһе ныҡ ашалған, емерелеп төшөү ҡурҡынысы бар. Иҙәне кибеп ярылған ҡамыр кеүек киҫәкле ҡалын балсыҡ ҡатламы м‑н ҡапланған, унан һыу һарҡа. Мәмерйәнең көнсығыш өлөшөндә 2 м тиклем тәрәнлектәге күл бар. Ҡышын һәм иртә яҙҙа мәмерйәлә боҙло сталагмиттар, сталактиттар һәм кристалдар барлыҡҡа килә. Ҡышын т‑ра ер өҫтөндәге т‑ра м‑н бер, йәйгеһен 6°С. Ваҡыты м‑н мәмерйәгә ҡар һыуы тула (макс. кимәле — 4 м). Ауыҙы эргәһендә ҡарама, дым яратыусы үләндәр үҫә, соҡорҙоң стена соҡалталарына күгәрсендәр оялай, мәмерйәлә — ярғанаттар, күлдә балыҡтар, тәлмәрйендәр йәшәй.

Ю.В.Соколов

Тәрж. З.Б.Латипова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019