Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫУ ХУЖАЛЫҒЫ

Просмотров: 726

ҺЫУ ХУЖАЛЫҒЫ, һыу ресурстарын иҫәпкә алыу, рациональ файҙаланыу һәм һаҡлау, уларға мөмкин булған зарарлы тәьҫирҙәрҙе иҫкәртеү м‑н шөғөлләнгән халыҡ хужалығы тармағы. Һыуҙы комплекслы файҙаланыу бөтә һыуҙы файҙаланыусылар һәм һыуҙы ҡулланыусыларҙың мәнфәғәттәрен оптималь берләштереү (ҡара: Һыуҙы файҙаланыу), һыу менән тәьмин итеү, һыу таҙартыу, һыу бүлеү системаларын, ш. уҡ халыҡты һәм халыҡ хужалығын етерлек күләмдә һәм тейешле сифаттағы һыу м‑н тәьмин итеү өсөн гидротехник ҡоролмаларҙы рациональ файҙаланыу мөмкинлеген бирә. РФ‑тың һәм БР‑ҙың һыу кодекстары Һ.х. хоҡуҡи нигеҙе булып тора. Һыу ресурстары т‑дағы мәғлүмәттәр һыу кадастрында тупланған.

БР‑ҙа Һ.х. үҫеше 20 б. башында торама пункттарҙа һәм сәнәғәт пр‑тиеларында тәүге һыу үткәргес‑канализация селтәрҙәре барлыҡҡа килеүгә бәйле, 60‑сы йй. тармаҡ булып формалаша. Республикала һыу хужалығы эшмәкәрлегенә Кама бассейны һыу идаралығының БР б‑са Һыу ресурстары бүлеге, БР б‑са Ер аҫтын файҙаланыу идаралығы етәкселек итә. Һ.х. өлкәһендәге фәнни тикшеренеүҙәр һәм Һ.х. объекттарын проектлау Башҡорт дәүләт университетында, Рәсәй һыу хужалығы ҒТИ ФДУП‑ының Башҡ‑н һыу хужалығы ҒТИ‑нда, “Башгипроводхоз” ААЙ‑нда алып барыла. Һыу м‑н тәьмин итеүҙең коммуналь һәм канализация системаларын төҙөү һәм файҙаланыу м‑н “Башкоммунводоканал” ААЙ, “Уфаводоканал” МУП‑ы, БР ҡала һәм адм. райондары үҙәктәрендәге һыу үткәргес‑канализация хужалығы пр‑тиелары; гидромелиоратив системаларҙы — “Башмелиоводхоз” ДУП‑ы шөғөлләнә.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019