Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫУ БАЛАНСЫ

Просмотров: 768

ҺЫУ БАЛАНСЫ, ниндәйҙер ваҡыт эсендә атмосферала, ер шарында һәм уның айырым участкаларында һыуҙың килеме һәм сығымы нисбәте. Һ.б. ер өҫтө һәм ер аҫты аҡмалары, яуым‑төшөм, парланыу һ.б. төҙөй. Ҡоро ерҙең Һ.б. өсөн төп бәйләнеш хас: билдәле терр‑ялағы яуым‑төшөмдөң миҡдары парланыу һәм аҡманың суммаһына тигеҙ була. Һ.б. иҫәпләү гидрологияла һәм метеорологияла киң ҡулланыла; ул өйрәнелгән терр‑я сиктәрендә төрлө ваҡыт эсендә айырым сығанаҡтарҙан алынған һыу миҡдарын сағыштырырға һәм уларҙың һыу режимының формалашыуына тәьҫире кимәлен билдәләргә мөмкинлек бирә. Башҡортостан терр‑яһында яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ дөйөм күләме 90,5 км3 тәшкил итә; 65,0 км3 (яуым‑төшөмдөң 72%‑ы) парға әйләнә, һыу ресурстарын тулыландырыуға — 25,5 км3 (28%) сарыф ителә, шуларҙан 17,5 км3 — ер өҫтө, 8,0 км3 — ер аҫты аҡмаһын булдыра (ҡара: табл.). Дымланыуҙың иң ҙур дефициты (2500—3000 м3/га тиклем) Ейәнсура, Хәйбулла, Учалы, Әбйәлил р‑ндарында күҙәтелә.

В.А.Балков, В.А.Загорский

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019