Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАРВАРА Скворчихинская

Просмотров: 1170

ВАРВАРА С к в о р ч и х и н с к а я, я ң ғ ы ҙ В. [ысын исеме Архангельская Варвара Васильевна; 20.11.1890, Өфө губ. Өфө өйәҙе Карауловка а. (Силәбе өлк. Ҡытау-Ивановка р‑ны) — 27.2.1966, БАССР‑ҙың Ишембай р‑ны Скворчиха а.], блаженная. Епархия ҡыҙ балалар училищеһын тамамлағандан һуң (1909) Стәрлетамаҡ кантонының Богородицкий, Ира, Скворчиха һ.б. ауылдарында уҡытыусы. 20‑се йй. 2‑се ярт. дингә ҡаршы пропаганданың көсәйеүе арҡаһында (ҡара: Атеизм) уҡытыусылыҡ эшенән китә. 30‑сы йй. яңғыҙлыҡҡа бикләнә, ғибәҙәт ҡылыусылар иҫәбенә йәшәй. Аскет тормош алып бара (ҡара: Дини аскетизм), уның күрәҙәлек итеү һәм мөғжизә ҡылыу һәләте була. 1952 й. властар тарафынан шпионлыҡта ғәйепләнә, фатирға күсергә мәжбүр ителә, ләкин тиҙҙән яңғыҙлыҡта бикләнеп йәшәгән урынына ҡабат ҡайта. Өфө епархияһының урындағы изгеләре рәтенә индерелгән (2001), Өфө изгеләре соборына инә (2008). 

Н.П.Зимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: