Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫУ КАДАСТРЫ

Просмотров: 1142

ҺЫУ КАДАСТРЫ, дәүләт терр‑яһының һыу ресурстары т‑да системалаштырылған мәғлүмәттәр йыйылмаһы. Ер өҫтө һыуҙарын, ер аҫты һыуҙарын иҫәпкә алыу һәм һыу объекттарын экологик мониторингылау мәғлүмәттәре нигеҙендә төҙөлә. Һыу ресурстарының сифат, һан яғынан, геогр. һәм физик‑химик баһаһын һәм классификацияһын, уларҙы өйрәнеү дәрәжәһе, ҡулланыу, ш. уҡ һыуҙы файҙаланыусылар т‑дағы мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә ала. Һыуҙың дәүләт иҫәбе берҙәм система б‑са тормошҡа ашырыла. Һ.к. алып барыу тәртибе һәм һыуҙы файҙаланыусылар араһындағы мөнәсәбәттәрҙең көйләнеше РФ һәм БР Һыу кодекстары тарафынан булдырыла.

Башҡортостанда беренсе Һ.к. 1928—31 йй. Башҡортостан комплекслы экспедицияһының гидрология отряды төҙөй. Ҡоро ерҙең һыуҙары бүлеге б‑са тәүге СССР Һ.к. 1933—40 йй. Дәүләт гидрология ин‑ты (Ленинград) тарафынан әҙерләнә. Ул илдең һыу ресурстары т‑дағы район белешмәләренән, йылғалар режимы т‑дағы материалдарҙан һәм һыу кимәле т‑дағы мәғлүмәттәрҙән тора. Башҡорт АССР‑ы б‑са материалдарҙы 1931 й. Башгидрометкомитет эргәһендә ойошторолған Һыу кадастрының Башҡорт өлкә бюроһы йыя. 1936 й. башлап һыуҙың кимәле һәм т‑раһы, һыу объектының торошо, боҙҙоң ҡалынлығы һ.б. артынан гидрологик күҙәтеү мәғлүмәттәре ингән “Гидрологик йыллыҡ баҫма” нәшер ителә. 1965— 75 йй. 3 сериялы СССР Һ.к. баҫып сығарыла, уларҙың һәр береһе бер нисә тиҫтә киҫәктән тора. Һ.к. киҫәктәргә һәм томдарға бүлеүҙең нигеҙенә терр‑яның эре йылға бассейндарына ҡарау принцибы һалына. 1‑се серия — “Гидрологик өйрәнелеү” (ҡаралған терр‑яның һыу объекттары теҙмәһе, уларҙың морфометрик характеристикалары, йылға һәм күлдәрҙәге һыу режимының айырым элементтары б‑са стационар күҙәтеүҙәр, ш. уҡ үткәрелгән экспедиция тикшеренеүҙәре т‑да мәғлүмәттәр); 2‑се серия — “Төп гидрологик характеристикалар” (йылға, күл, һыуһаҡлағыстарҙың режимы т‑да мәғлүмәттәр); 3‑сө серия — “Һыу ресурстары” (проект һәм һыу хужалығы ойошмалары өсөн гидрологик характеристикаларҙы иҫәпләү б‑са тәҡдимдәр). Ағиҙел й. басс. йылғалары т‑дағы мәғлүмәттәр 11‑се томға (Урта Урал һәм Урал яны), Урал й. басс. — 12‑се (Түб. Волга буйы һәм Көнбайыш Ҡаҙағстан), Обь й. басс. 15‑се (Алтай һәм Көнбайыш Себер) томға ингән. 70‑се йй. аҙ. алып “Ҡоро ер өҫтө һыуҙарының режимы һәм ресурстары тураһында йыллыҡ мәғлүмәттәр” сығарыла, улар “Гидрологик йыллыҡ баҫмаларҙың” дауамы булып һанала. 1993 й. башлап БР Һ.к. һәм 1995 й. алып РФ Һ.к. 3 бүлектән тора: ер өҫтө һыуҙары, ер аҫты һыуҙары, һыу ресурстарын ҡулланыу. БР‑ҙа ер өҫтө һыуҙары т‑дағы мәғлүмәттәрҙе йыйыу һәм системалаштырыу Башҡ‑н терр. гидрометеорология һәм тирә‑яҡ мөхит мониторингы идаралығы тарафынан, ер аҫты һыуҙары — БР б‑са Ер аҫтын файҙаланыу идаралығы, һыу ресурстарын ҡулланыу — Кама бассейны һыу идаралығының БР б‑са Һыу ресурстары бүлеге тарафынан тормошҡа ашырыла.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019