Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫУ ҺАҠЛАУ ЗОНАҺЫ

Просмотров: 955

ҺЫУ ҺАҠЛАУ ЗОНАҺЫ, һыу объекттарының акваторияларына сиктәш булған махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре категорияһы. Ер өҫтө һыуҙарының һыу режимын көйләү, уларҙың бысраныуына, һайығыуына, ләмләнеүенә, ҡыйланыуына һәм ярлыланыуына юл ҡуймау; үҫемлек һәм хайуандар донъяһы объекттарының йәшәү мөхитен һаҡлау; тупраҡ эрозияһын кәметеү маҡсатында ойошторола. Һ.һ.з. үлсәмдәре һәм сиктәре, уларҙы файҙаланыу режимы һыу объекттарының яр линияһы үҙгәреүен күҙаллауҙы иҫәпкә алып, физик‑геогр., тупраҡ, гидрологик һ.б. шарттарҙан сығып урынлаштырыла. Һ.һ.з. сиктәрендә яр буйы һаҡлағыс һыҙаттары бүленә, унда урманды файҙаланыуҙың махсус режимы булдырыла (урманды ҡарау өсөн генә ҡырҡыу рөхсәт ителә), ерҙе һөрөү, мал үрсетеү объекттарын урынлаштырыу һ.б. тыйыла. Һыуҙы файҙаланыуға лицензия булған осраҡта һыу менән тәьмин итеү, рекреация объекттарын, балыҡ тотоу һәм һунарсылыҡ хужалыҡтарын, порттарҙы һәм гидротехник ҡоролмаларҙы урынлаштырыу рөхсәт ителә. Башҡортостанда 20 б. 30‑сы йй. башланған Һ.һ.з. индереү республиканың бөтә һыу объекттарында үткәрелгән. Оҙонлоғо 10 км тиклем булған йылғалар (шишмәләр) өсөн Һ.һ.з. йылғаның (шишмәнең) башынан алып 50 м; 10 км алып 50 км тиклем оҙонлоҡтағы йылғалар өсөн — 100 м, 50 км һәм унан оҙонораҡ йылғалар өсөн 200 м киңлектә билдәләнә. Оҙонлоғо башынан алып тамағына тиклем 10 км кәмерәк булған йылғалар (шишмәләр) өсөн Һ.һ.з. яр буйы һаҡлағыс һыҙаты м‑н тап килә. Йылғаларҙың (шишмәләрҙең) башы өсөн Һ.һ.з. радиусы 50 м киңлектә; күл һәм һыуһаҡлағыстың Һ.һ.з. киңлеге (һаҙлыҡ эсендә ятҡан күл йәки акваторияһы 0,5 км2 кәм булған күлдән, һыуһаҡлағыстан тыш) 50 м; һыу ағымында урынлашҡан һыу­һаҡлағыстың Һ.һ.з. киңлеге был һыу ағымының Һ.һ.з. киңлегендә билдәләнә. Һ.һ.з. режимының үтәлеүен БР б‑са Тәбиғәтте файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү б‑са федераль хеҙмәт идаралығы контролдә тота.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019