Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОЗНЕСЕНИЕ СИРКӘҮЕ

Просмотров: 1135

ВОЗНЕСЕНИЕ СИРКӘҮЕ. Учалы р‑ны Вознесенка а. урынлашҡан. 1891 й. ағас сиркәү (1866 й. нигеҙләнгән) урынында төҙөләһәм изгеләндерелә. 5 көмбәҙле, 3 ҡатлы манаралы таш сиркәү рус‑византия стилендә төҙөлә. Көмбәҙҙәре торҡа рәүешендә. Ҡыҫҡа аш‑һыу бүлмәһе сиркәү м‑н манараны тоташтыра, манараның 1‑се ҡатына ике яҡтан 2 ҡатлы притворҙар ҡушыла. Эске биҙәлешенә ябай декор хас, стеналарҙа боронғо биҙәктәр һаҡланған. Сиркәүҙеңөс өҫтәле бар: төп өҫтәл — Раббы Олғашыуы, уң приделдағыһы — святитель Николай Чудотворец, һулдағыһы Архангел Михаил хөрмәтенә. 20 б. башында сиркәү эргәһендәсиркәүмәхәллә мәктәбе эшләй. В.с. мәхәлләһен ауыл диндарҙары тәшкил итә. 1937 й. ябыла, 1945 й. алып эшләй, 1964 й. яңынан ябыла һәм талана, бинаһы складҡа әйләндерелә. 1989 й. диндарҙарға ҡайтарыла, реставрацияправославие байрамдары даими үткәрелә. Настоятелдәре: протоиерей П.П.Кузьмин (1991—95, 1997—98, 1999—2000, 2001—02), иерейҙар А.А. Кузьмин (1995 й. алып), Ф.Хансоверов (1996 й. алып), А.М.Бабошкин (1998 й. алып), А.Фәрхетдинов (2000), А.П. Кузьмин (2002 й. алып). Бина — тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы.

Әҙәб.: Ш и р г а з и н А.Р. Православные храмы Башкирии: история и архитектура. Уфа, 1995.

 П.В.Егоров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: