Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БҮРЕ КУЛЬТЫ

Просмотров: 1459

БҮРЕ КУЛЬТЫ, кеше м-н бүре араһында билдәле бер туғанлыҡ бар тип иҫәпләүгә, уның ҡөҙрәтле көсөнә инаныуға (ҡара: Тотемизм) нигеҙләнгән дини табыныу. Бүре башҡорттарҙа айырыуса хөрмәт ителгән хайуандарҙың береһе һанала; был халыҡтың ауыҙ-тел ижадында, хөрәфәттәре һәм йолаларында сағылыш тапҡан. Легендаларҙа һәм риүәйәттәрҙә бүре — башҡорттарҙың ата-бабаһына күп бәлә-ҡазанан ҡотолорға һәм яңы тыуған ер табырға ярҙам иткән изге ҡурсалаусы һәм юл күрһәтеүсе. “Башҡорттарҙың килеп сығышы” риүәйәтендә (варианттары Күгәрсен р‑ны Ишбирҙе а. һәм Һарытау өлк. Ишембай а. яҙып алынған) башҡорттарҙың ата-бабаһының, бүрегә эйәреп, Көньяҡ Уралға килеүе тасуирлана. “Бүреле йылға” легендаһында (Баймаҡ р‑ны Өмөтбай а. яҙып алынған) бүре ырыу башлығының ҡәберенән килеп сыға, башҡорттарҙы исемһеҙ йылға буйына алып килә һәм юҡ була. Башҡ. риүәйәттәрендә, боронғо төрки этногенеалогик легендаларҙағы кеүек үк, бүренән тыуыу мотивы күҙәтелә. “Бүреләр тоҡомо” легендаһына (Ырымбур өлк. Башбүре а. яҙып алынған) ярашлы, үҫәргән ырыуының бер өлөшө инә бүрегә өйләнгән һунарсы нәҫеленән таралған. БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Наҙарғол (боронғо исеме — Баш бүре) һәм Һаҡмар-Наҙарғол (Һаҡмар бүре) аа. халҡы үҙен ошо ырыу тоҡомо тип иҫәпләй. Ырыу башлығы — инә бүре образы ш. уҡ башҡорттарҙың әкиәт фольклорында осрай (мәҫ., “Бүре улы Сынтимер бәһлеүән”). Бүрегә табыныу уның кәүҙә өлөштәре тылсымлы көскә эйә тип ышаныуға бәйле. Хужаларҙы нахаҡ ғәйептән, күҙ тейеүҙән һәм бәхетһеҙлектән һаҡлау өсөн, бүре башын өй нигеҙенә күмгәндәр. Аҙау теше, тырнағы һәм йөнө ауырлы ҡатындарҙы һәм балаларҙы һаҡлаусы тылсым булараҡ файҙаланылған. Ҡатын-ҡыҙҙы киреп киптерелгән бүре ирене аша үткәреп, түлһеҙлектән дауалағандар йәки бала табыуҙы еңеләйткәндәр һ.б. Бүре үтен тын юлдары ауырыуҙарынан, ҡотороуҙан дауалау өсөн ҡулланғандар. Әйбер йәки мал юғалһа, бүренең тарамышын яндырғандар: был бурҙың аяҡ-ҡулын тартыштыра, тип иҫәпләнгән. Башҡ. патриархаль ғаиләһендә килен ҡайныһына “Бүре” тип өндәшкән, был бүрегә айырым мөнәсәбәт булғанлығын дәлилләй. Көньяҡ-көнсығыш Башҡортостанда улус старшиналары 18—19 бб. тиклем түшенә, адм. власть билдәһе итеп, бүре башы төшөрөлгән билдә тағып йөрөгән.

Әҙәб.: Нәҙершина Ф.А. Халыҡ хәтере. Өфө, 1986; Сулейманова М.Н. Доисламские верования и обряды башкир. Уфа, 2005; Илимбетова А.Ф., Илимбетов Ф.Ф. Культ животных у башкир: история и современность. Уфа, 2009.

М.Н.Сөләймәнова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: