Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫУҘЫ ҠУЛЛАНЫУ

Просмотров: 1201

ҺЫУҘЫ ҠУЛЛАНЫУ, һыу ресурстарын һыу объектынан йәки һыу менән тәьмин итеү системаһынан алып ҡулланыу. Хужалыҡ‑коммуналь һәм эсәр — халыҡтың көнкүреш ихтыяждарына бәйле һәм торама пункттарҙы төҙөкләндереүҙе тәьмин итеү өсөн һыу ҡулланыу; производствола (техникала) — сәнәғәттә, ауыл хужалығында, транспорттаэнергетикала һ.б. технологик маҡсаттарҙа һыу ҡулланыуға бүленә. Производствола һыуҙы ҡабаттан ҡулланыу әйләнешле Һ.ҡ. тип атала. Халыҡ ихтыяжы өсөн тотонолған һыу күләменең күрһәткесе булып һыуҙың сағыштырма сығымы, йәғни тәүлек эсендә бер кеше тотонған уртаса һыу күләме тора. БР терр‑яһында 2010 й. һыу объекттарынан алынған дөйөм Һ.ҡ. 789,9 млн м3, ш. иҫ. сәнәғәт ихтыяждары өсөн — 399,2 млн м3, хужалыҡ‑коммуналь һәм эсеү ихтыяжы өсөн — 231,7 млн м3, а.х. һыу м‑н тәьмин итеү өсөн — 11,3 млн м3, һуғарыу өсөн — 6,6 млн м3, башҡа ихтыяждар өсөн — 141,1 млн м3 тәшкил итә. Үҙәкләштерелгән һыу м‑н тәьмин итеү системаларынан алынған Һ.ҡ. тәүлегенә 1297 мең м3, ш. иҫ. ҡалаларҙа һәм ҡала тибындағы ҡасабаларҙа — тәүлегенә 1054 мең м3 (1 кешегә тәүлегенә 395 л), ауыл ерендә — тәүлегенә 243 мең м3 (1 кешегә тәүлегенә 171 л) тәшкил итә. Дөйөм алғанда, респ. б‑са уртаса йыллыҡ таҙа Һ.ҡ. күп йыллыҡ уртаса аҡманың 3,5%‑ын тәшкил итә; сәнәғәттә һыу тотоноуҙың кәмеүе, һыу һаҡлағыс технологиялар индереү һ.б. иҫәбенә 2000 й. алып 2005 й. тиклемге осорҙа таҙа Һ.ҡ. 11,5%‑ҡа, 2010 й. тиклем — 25%‑ҡа кәмей. Сәнәғәттә әйләнешле Һ.ҡ. күләме 5191,2 м3 тәшкил итә. Респ. төп һыу ҡулланыусылар — Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡҡ.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019