Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОСКРЕСЕНИЕ СИРКӘҮЕ

Просмотров: 1144

ВОСКРЕСЕНИЕ СИРКӘҮЕ. Мәләүез р‑ны Воскресенск а. урынлашҡан. 1788 й. Д.И.Пашкова (ҡара: Паш ковтар) аҡсаһына Воскресенка за воды эргәһендәге 1769 й. янған ағас сиркәү урынында төҙөлә. 5 көмбәҙле, 3 баҫҡыслы манаралы (12 ҡыңғырау, иң ҙуры 180 бот тартҡан) сиркәү таштан була. Бина тура мөйөшлө, эске яҡтан колонналар м‑н 3 өлөшкә бүленгән. Үҙәк көмбәҙе ситтәге 4‑еһенән бейегерәк һәм ҙурыраҡ, манара көмбәҙенә тиң була. Эске йыһазында төп урынды Ҡазан Божья Матерь иконаһы биләй. 19 б. уртаһында мәхәллә кешеләре һәм Пашковтар аҡсаһына ауыл оҫталары яңынан Ҡазан Божья Матерь, Ҡотҡарыусы, Христос Терелеүе һ.б. иконаларын төшөрә; һырлап һәм алтын ялатып клирос арты киоттары яһай, ризалар сүкеп эшләй; рамдарға, тәреләргә алтын ялата; төтәҫләү һауыттарын, лампадаларҙы, шәмдәлдәрҙе көмөшләтә. Сиркәүҙең Христос Терелеүе хөрмәтенә өҫтәле була (1788 й. изгеләндерелә). Сиркәү эргәһендәге ағас часовняла (1769 й. янғындан һуң Твердышевтар төҙөй) 1788 й. тиклем бөтә сиркәү хеҙмәте башҡарыла. 1860 й. В.с. эргәһендә дьякон М.А.Смирнов сиркәү‑мәхәллә мәктәбе аса (1860—65 йй. 200 бала уҡый). Мәхәлләгә 5 ауыл һәм 4 утар диндарҙары ҡарай. 1936 й. ябыла, тәреләре алына, 1950‑се йй. көмбәҙҙәре һәм манараһы һүтелә. 2001 й. бина диндарҙар ойошмаһына ҡайтарыла, яңыртыу эштәре алып барыла. Билдәле настоятелдәре: С.Симеонов (18 б. аҙ.), П.Н.Левитский (19 б. уртаһы); А.Шилин (2008 й. алып). Бина — тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. 

 

Е.Г.Баранова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: