Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АШАЛЫУ

Просмотров: 842

АШАЛЫУ, ер өҫтөндә тау тоҡомдарының үҙгәреү һәм емерелеү процесы. Физик (механик) һәм химик А. айырыла. Физик А. — т‑ра үҙгәреү, ярыҡтарҙа һыу туңыу һәм иреү һ.б. тәьҫире аҫтында тоҡомдарҙың емерелеүе. Физик А. һөҙөмтәһендә төп тоҡомдар сыҡҡан урында төрлө ҙурлыҡтағы ватыҡ материал барлыҡҡа килә: таш онтағынан (2—10 мм) алып эре киҫәктәргә (10 см һәм унан да ҙурыраҡ) тиклем. Ватыҡтар емерелеү урынында ҡала (элювий), йәки тартыу көсө тәьҫирендә ишелмәләр, курумдар һ.б. барлыҡҡа килтереп, битләү буйлап күсә (коллювий). Химик А. тау тоҡомдарының эреү, окисланыу, гидратация, гидролиз һ.б. реакциялар һөҙөмтәһендә йомшаҡ балсыҡлы йәки ҡомло массаға әүерелеүендә күренә. Тоҡомдарҙың механик емерелеүе йәки химик үҙгәреүе организмдарҙың тереклек эшмәкәрлеге (үҫемлектәр тамыры үҫеү, ҡаҙыусы хайуандарҙың тәьҫире, органик матдәләр тарҡалыу м‑н бәйле биохимик процестар йоғонтоһо) һөҙөмтәһендә килеп сыға. Ер өҫтөндә А. һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килеүсе тау тоҡомдары комплексы А. ҡатлауы тип атала, уның өҫкө зонаһында тупраҡ хасил була. А. процестары балсыҡ, боксит, ҡом, марганец мәғдәндәре, тимер мәғдәндәре, һибелмә алтын һ.б. ятҡылыҡтар барлыҡҡа килтерә. Башҡортостанда хәҙерге ер өҫтөндә башлыса физик А. күҙәтелә, химик А. һирәк күренә, геол. тарихта ул көслөрәк барған. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында өҫкө протерозой һәм мезозойҙың ташҡа әүерелгән һәм йомшаҡ А. ҡатлауҙарына тимер мәғдәне ятҡылыҡтары (Белорет р‑нында Комаров, Наратай, Туҡан һ.б.) тура килә. А. процестары Башҡортостандың Урал аръяғында – алтын һибелмә ятҡылыҡтары, Башҡ‑н (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүендә һәм Башҡортостандың Урал алдында утҡа сыҙамлы балсыҡ ятҡылыҡтары (Белорет р‑нында Әхмәр, Стәрлетамаҡ р‑нында Талалаевка) һ.б. барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ иткән.

П.Н.Швецов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.03.2024