ВОСКРЕСЕНИЕ КАФЕДРАЛЬ СОБОРЫ
ВОСКРЕСЕНИЕ КАФЕДРАЛЬ СОБОРЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1834 й. епископ Михаил инициативаһы б‑са нигеҙ һалына, 1838 й. ҡаҙна аҡсаһы иҫәбенә төҙөлә һәм 1841 й. изгеләндерелә. Классицизм стилендәге собор таштан, 13 ҡыңғыраулы (төп ҡыңғырауы 521 бот ауырлыҡта) өс яруслы 8 ҡырлы манаралы (тәүҙә соборҙан айырым тора) итеп һалына. В.к.с. һыҙмала тәре рәүешендә була (майҙаны 2397 м2), күп тәҙрәле ҙур көмбәҙ барабаны м‑н ослана; көмбәҙҙәре аҡ ҡалай м‑н көпләнә, ағас тәреләренә алтын ялатыла. 24 колонналы 3 төп ишеге була, уларҙың бағаналары һәм өҫкө өлөшө суйындан ҡойола. Эске яҡтан 1882 й. икона яҙыусы П.И.Шепелёв собор старостаһы сауҙагәр П.Г. Михайлов аҡсаһына биҙәй; 1860‑сы йй. Мәскәү оҫталары алтын ялатылған иконостастар эшләй. Соборҙың 3 өҫтәле була: төп өҫтәл — Христос Терелеүе (1841 й. изгеләндерелә), уң приделдағыһы — Христос Раштыуаһы, һулдағыһы мөғжизәле Ҡазан Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә. Соборҙа 17 б. 2 Инжилы, ҡалаға батша Алексей Михайлович Романов бүләк иткән изге мәйет киҫәктәре яғылған тәре, Богородский‑Өфө Божья Матерь иконаһы һ.б. һаҡлана. В.к.с. епархия Христос Терелеүе Туғанлығы (ҡара: Православиела ир‑аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәттәре), фондында боронғо тарихи һәм дини китаптар (150‑гә яҡын һаҡлау берәмеге) булған китапхана эшләй. Соборҙа Өфө епархияһында (3 меңгә яҡын кеше һыя) ойошторолған тантаналы ғибәҙәт ҡылыуҙар үтә. Собор 340 дисәтинәнән ашыу ергә (1918 й. национализациялана) эйә була. 1921 й. В.к.с. епископ Симон ерләнә. Собор — 1923 й. православиелағы патриарх ағымы яҡлылар ойошторған “Воскресение Православ Христиан соборының Өфө ҡала йәмғиәте”нә, 1924 й. обновленецтарға тапшырыла; ш. уҡ йылды иҫке сиркәүселәрҙең кафедраль собор функциялары Николай сиркәүенә (ҡара: Өфөләге сиркәүҙәр) күсә. 1931 й. В.к.с. ябыла, һуңыраҡ шартлатыла. Хәҙер собор урынында Башҡорт драма театры урынлашҡан. Настоятелдәре: протоиерейҙар А.Кандаурский; В.Ф.Владиславлев (1855 й. алып), П.П.Желателев (1877—97), П.Юловский, Никитский, Евграф (1900 й. алып), Г.И.Граммаков (1919—25) һ.б.
О.В.Васильева, П.В.Егоров
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина