Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛАНДШАФТАРҘЫҢ БЕЙЕКЛЕК БҮЛКӘТЛЕГЕ

Просмотров: 1522

ЛАНДШАФТАРҘЫҢ БЕЙЕКЛЕК БҮЛКӘТЛЕГЕ, ландшафтарҙың тауҙарҙағы бейеклектең үҙгәрә барыуына ҡарап тәбиғи зоналар һымаҡ алмашыныуы. Абс. бейеклек үҫкән һайын һауа температураһы, яуымтөшөм миҡдары, атмосфера баҫымы, болотлолоҡ үҙгәрә. Климат шарттары, рельеф формалары үҙгәреү мн тупраҡ, аҡма шарттары, үҫемлектәр, хайуандар донъяһы ла үҙгәрә. Л.б.б. ландшафт асимметрияһын булдырған тау һырттарының экспозицияһы, ш. уҡ тауҙарҙа нығыраҡ беленгән ашалыу, денудация, аккумуляция, эрозия процестары мн бәйле. Көньяҡ Урал Л.б.б. үҙенсәлегенә уның киңлек ландшафы зоналығының дөйөм системаһында булыуы тәьҫир итә һәм бүлкәттең 2 спектрын билдәләй: киң япраҡлы урман м‑н урман‑дала зонаһындағы бүлкәт һәм дала зонаһы бүлкәте. Л.б.б. ш. уҡ һырттарҙың меридиональ йүнәлештә һуҙылыуы тәьҫир итә.

Башҡортостанда Л.б.б. һырттарҙа һәм абс. бейеклеге 800 м ашыу булған тауҙарҙа (Ирәмәл, Ямантау тауҙары, Егәлгә, Елмәрҙәк, Машаҡ, Нәре, Уралтау һ.б. һырттары) асыҡ сағыла. 4 бүлкәт бүленә: көнбайышы болонло далалар м‑н ҡатнаш имән‑йүкә урмандарынан, көнсығышы ҡайын‑уҫаҡ урмандарынан торған таулы урман‑дала бүлкәте (бейеклеге 600 м тиклем); көнбайышында киң япраҡлы урмандар, көнсығышында ҡарағай һәм икенсел ҡайын урмандары булған, үҙәк өлөшөндә аҡ шыршы һәм шыршы урмандары үҫкән тау‑ урман бүлкәте (1200 м тиклем); аҡлан һәм япраҡлы һирәк урмандар ҡатыш кәкре олонло имәнлектәр м‑н айырылған яланғас бүлкәт (1400 м тиклем); мүктәр, лишайниктар, кәрлә талдар, артыш һ.б. өҫтөнлөк иткән тау‑тундра бүлкәте (1400 м ашыу). Тау тундраһына курумдар хас, ҡайһы берҙә уларҙың битләүҙәр буйлап тау итәктәренә табан шыуыуы күҙәтелә.

Әҙәб.: К а д и л ь н и к о в а Е.И. Ландшафтные исследования. Уфа, 1983.

И.М.Япаров

Тәрж. З.Б.Латипова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.07.2023