Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГӘРӘЕВ Әүфәр Миңлеғәзим улы

Просмотров: 1608

ГӘРӘЕВ Әүфәр Миңлеғәзим улы [28.10.1946, БАССР‑ҙың Ҡандра районы Сәйрән а. (БР‑ҙың Туймазы районы)], географ-гидролог. География фәндәре докторы (1991), профессор (1992). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998). БР һыу хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2010). Ташкент университетын тамамлаған (1970). 1972 й. алып Өфө ҡ. эшләй: “Южуралгипроводхоз” институты Башҡортостан филиалының өлкән инженер-гидрологы, 1975 й. башлап төп инженеры, 1976 й. — сектор мөдире, 1978 й. — Урал һыу хужалығы ҒТИ Башҡортостан бүлегенең лаборатория мөдире. 1982 й. алып БДПИ‑ның география кафедраһы мөдире, 1990 й. — БДУ‑ның гидрология һәм геоэкология кафедраһы мөдире, 2020 й. — геология, гидрометеорология һәм геоэкология кафедраһы уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2000—12 йй. башлап Башҡортостан һыу хужалығы ҒТИ директоры. Фәнни эшмәкәрлеге геоэкология, тәбиғәтте һаҡлау, экологик мониторинг өлкәһендә тикшеренеүҙәр, БР‑ҙың һәм уның менән сиктәш төбәктәрҙең һыу ресурстарының үҙенсәлектәрен, климаттың глобаль үҙгәреүенә бәйле факторҙар һөҙөмтәһендә гидрометеорологик шарттарҙың, климаттың һәм һыу ресурстарының үҙгәрешен, антропоген факторҙарҙың һыу экосистемаларына йоғонтоһон өйрәнеүгә бәйле. Г. мелиорацияланған ерҙәрҙең режимын (ҡара: Гидромелиорация), тәбиғәт комплекстарының деградация үҙенсәлектәрен (ш. иҫ. тупраҡ эрозияһы, йырҙа процестары) өйрәнә. Уның тарафынан һыуҙы оптималь файҙаланыуҙың һәм БР йылғалары бассейндары буйынса һыу һаҡлау саралары системаһы варианттары, һаҡланыусы тәбиғәт территориялары системаһын, акваль комплекстарҙы географик‑экологик баһалау методикаһы эшләнелә. БР‑ҙың Географик үҙәге билдәләнә (1997), БР‑ҙың ҡайһы бер йылға һәм күлдәренең гидрологик‑экологик характеристикаларын тергеҙеүҙең методик положениелары нигеҙләнә.

  Х е ҙ м.: Оптимизация водоохранных мероприятий в бассейне реки (географо-экологический аспект). СПб., 1995; Россия: водно‑ресурсный потенциал. Екатеринбург, 1998; Реки, озёра и болотные комплексы Республики Башкортостан. Уфа, 2012.

  Әҙәб.: Ч а л о в Р.С. Выдающиеся достижения профессора Гареева А.М., М., 2003.

Р.А.Фәтҡуллин

Тәрж. З.Б.Латипова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.11.2022