“ДЮРТЮЛИСТРОЙДЕТАЛЬ”
659
“ДЮРТЮЛИСТРОЙДЕТАЛЬ”, ЯСЙ, “Стронег” ААЙ‑ның бүлендек йәмғиәте. Бетон һәм тимер-бетон изделиелар етештерә. Составы: тимербетон цехы (1972 й. нигеҙләнгән). 2010 й. 71 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.
1967 й. нигеҙ һалына, 1972 й. “Туймазанефтестрой” тресы составындағы Дүртөйлө тимер-бетон изделиелар з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1991 й. алып ЯСЙ, “Стронег” ААЙ‑ның бүлендек пр‑тиеһы, 2005 й. хәҙ. исемде йөрөткән ЯСЙ, 2009 й. хәҙ. статусын ала.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар: