Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЕТЕРОТРОФТАР

Просмотров: 1470

ГЕТЕРОТРОФТАР (гр. geteros — бүтән, башҡа һәм гр. trophe — аҙыҡ), углерод сығанағы итеп тышҡы мөхиттән органик матдәләрҙе ҡулланыусы организмдар. Г. бөтә хайуандар, бәшмәктәр, хлорофилһыҙ үҫемлектәр, күпселек бактериялар ҡарай. Г. күҙәнәктәрендә, ҡағиҙә булараҡ, йәшел пигмент — хлорофилл — юҡ; Г. үҙҙәренең тән матдәләрен органик булмаған ҡушылмаларҙан синтезлауға һәләтле түгелдәр. Туҡланыу ысулы б‑са Г. аҙыҡтың ҡаты өлөшсәләрен эләктереп алыусы һәм эшкәртеүсе голозойҙарға (үҫемлектәр м‑н туҡланыусы һәм йыртҡыс хайуандар); организмдарҙың тәне йәки уларҙың тереклек итеү продукттарының тарҡалыуы ваҡытында барлыҡҡа килгән эрегән органик матдәләр м‑н туҡланыусы сапротрофтарға йәки осмотрофтарға (күпселек бәшмәктәр һәм бактериялар, сәскәле үҫемлектәрҙең ҡайһы бер төрҙәре); үҙ-ара отошло туҡланыу мөнәсәбәттәре м‑н бәйләнгән бергә тереклек иткән ике йәки унан күберәк зат — симбиотиктарға (лишайниктарҙың вегетатив тәне составына ингән бәшмәктәр, кешенең һәм имеҙеүселәрҙең эсәктәрендәге микробиота); башҡа тере организмдарҙың һуттары, тән туҡымалары йәки өлөшләтә эшкәртелгән аҙығы м‑н туҡланыусы паразиттарға (вирустар, күп бактериялар, бәшмәктәр, умыртҡаһыҙҙар, сәскәле үҫемлектәрҙең ҡайһы бер төрҙәре) бүленә. Ҡатнаш туҡланыулы организмдар бар: яҡтылыҡта  — автотрофтар,  ҡараңғыла Г. һымаҡ үҫешеүсе ылымыҡтар (хламидомонадалар, хлореллалар), бөжәктәр м‑н туҡланыусы үҫемлектәр (һыу бөрсөгө, ысыҡ үләне). Г. төрлө экологик шарттарҙа үҫергә һәләтле, тәбиғәттә биомассаның икенсел продукцияһын барлыҡҡа килтерәләр. Автотрофтар м‑н берлектә трофик мөнәсәбәттәр ярҙамында м‑н бәйләнгән берҙәм биол. система тәшкил итәләр. Ҡатмарлы органик матдәләрҙе ябайыраҡтарға, артабан минераль матдәләргә әйләндереп, тәбиғәттәге матдәләр әйләнешендә мөһим роль уйнайҙар. Тупраҡта тереклек итеүсе Г., азот һәм үҫемлектәргә кәрәкле башҡа туҡланыу элементтары м‑н байытып, уның уңдырышлылығын күтәрәләр. Г. өйрәнеү Башҡорт дәүләт университетында, Биология институтында, Биохимия һәм генетика институтында, Аграр университетта алып барыла. Шулай уҡ ҡара: Зоология, Микробиология.

Н.Ә.Кирәева

Тәрж. Г.А.Миһранова


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019