Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГОРБУНОВА Валентина Юрьевна

Просмотров: 1089

ГОРБУНОВА Валентина Юрьевна (21.7.1947, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны 1‑се Һыуыҡҡул а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ районы Һыуыҡҡул а.), генетик. Биол. ф. д‑ры (2000), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (2000), РФ‑тың атҡ. юғары мәктәп хеҙм‑ре (2003), РФ-тың почётлы юғары белем биреү хеҙм-ре (2007). БДУ‑ны тамамлаған (1972). 1965—67 йй. Бәләбәй пед. уч‑щеһында уҡыта; 1975 й. алып Биохимия һәм цитохимия бүлегендә өлкән ғилми хеҙм‑р. 1986 й. башлап Биология ин‑тында: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1991 й. — лаб. мөдире; 1996 й. алып БДПУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге андрогенездың генетик детерминацияһын һәм in vitro шарттарында ҡыяҡлылар микроспораларының гомофаза үҫешен өйрәнеүгә арналған. Г. микроспора ядроһының тигеҙ бүленеүен билдәләүсе генды асыҡлай, айырым һеркәлектәр культураһын ҡулланып яҙғы йомшаҡ бойҙайҙың гомозиготалы линияларын алыу технологияһын эшләй. 310‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Генетические предпосылки спорофитного пути развития микроспор злаков в условиях in vitro. Уфа, 1993; Эмбриологические основы андроклинии пшеницы. М., 2005 (авторҙ.); От микроспоры — к сорту. М., 2010 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019