Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮҘӘНДӘР

Просмотров: 1307

ҮҘӘНДӘР, ер өҫтөндәге тар, оҙон, ғәҙәттә, боролмалы соҡорҙар, йылғалар һәм ваҡытлыса аҡҡан һыу ағымдары тарафынан барлыҡҡа килә, ауышлығы һыу ағымы йүнәлешендә була. Йылға Ү. йырҙанан, һыубаҫар туғайҙарҙан (яҙғы ташҡын мәлендә һыу баҫҡан Ү. өлөштәре), һыубаҫар туғай өҫтө киртләстәренән һәм төп битләүҙәрҙән тора. Ү. тамағы өлөшөндә йыш ҡына дельта һәм ләмле конустар барлыҡҡа килә. Ү. бер төрлө йәки асимметриялы битләүҙәре (борттары) була. Барлыҡҡа килеүе б‑са тектоник һәм эрозион, морфологияһы б‑са тау һәм тигеҙлек Ү. айырыла. Ү. арҡыры киҫелеше терр‑яның геол. йәшенә һәм төҙөлөшөнә, тектоник хәрәкәттәргә, һыу ағымының көсөнә, эрозия базисының тәрәнлегенә, ш. уҡ кешенең хужалыҡ эшмәкәрлегенә бәйле; формалары каньон, тар үткәүел, тарлауыҡ, V рәүешле, ялғаш, трапеция, бик асыҡ булмаған рәүештәрҙә була. Геол. структуралар һәм һырттар йүнәлеше б‑са буй һәм арҡыры, һирәк осраҡта диагональ Ү. айырыла. Йылға Ү. башланғысы булып һыҙалар һәм йырындар тора; периодик рәүештә һыуланған Ү. сағыл тип атала. Ү. урындағы елдәрҙе барлыҡҡа килтергән, ландшафтарҙың төньяҡтан көньяҡҡа күсеүенә булышлыҡ иткән айырым климат шарттары; аллювиаль тупраҡтың формалашыуы, карст үҫеше хас. И.П.Герасимовтың тикшеренеүҙәренә ярашлы, Уралдағы ҙур йылғаларҙың Ү. — боронғо (дүртенсел осорға тиклем) нигеҙҙә, уртаса һәм бәләкәй йылғаларҙың Ү. йәш (дүртенсел) нигеҙҙә барлыҡҡа килгән. Башҡортостан терр‑яһында Ү. формалары тигеҙлектәргә һәм тауҙарға ҡарап айырыла. Башҡортостандың Урал алдында башлыса ялғаш, трапеция формаһындағы Ү. (Ағиҙел, Өршәк, Дим һ.б. йылғаларҙың урта һәм түбәнге ағымы), Өфө яйлаһында каньон формаһындағы Ү. (Өфө, Әй, Йүрүҙән һ.б. йылғалар) осрай, Өфө һ.б. йылғалар басс. сағылдар бар. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында тарлауыҡ, тар үткәүел, каньон формаһындағы Ү. (Ағиҙел, Һаҡмар, Төйәләҫ һ.б. йылғаларҙың үрге ағымы) таралған. Башҡортостандың Урал аръяғында Ү. төҙөлөшө рельефтың тау тибынан тигеҙлеккә күсеүе м‑н билдәләнә: тәрәнлеге әкренләп кәмей, көнсығышҡа табан уларҙың формаһы асыҡ күренмәгән типҡа әйләнә (Урал, Оло Ҡыҙыл, Оло Урғаҙа һ.б. йылғаларҙың Ү.).

Әҙәб.: Морфоструктура и морфоскульптура гор и общие закономерности строения рельефа СССР. М., 1986.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019