Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГОРЧАКОВСКИЙ Павел Леонидович

Просмотров: 1060

ГОРЧАКОВСКИЙ Павел Леонидович (3.1.1920, Красноярск ҡ. — 4.6.2008, Свердловск ҡ.), геоботаник. РФА академигы (1994), СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1990), биология фәндәре докторы (1953), профессор (1954). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981). Себер урман-техник институтын тамамлағандан һуң (1940) Себер урман хужалығы һәм урманды файҙаланыу ҒТИ‑нда (икеһе лә — Красноярск ҡ.) эшләй. 1945—59 йй. Урал урман-техник институтының ботаника һәм дендрология кафедраһы мөдире, 1958 й. алып РФА Урал бүлексәһенең Үҫемлектәр һәм хайуандар экологияһы институтында (икеһе лә — Екатеринбург ҡ.): лаборатория мөдире, 1987 й. башлап баш ғилми хеҙмәткәр. Фәнни эшмәкәрлеге Уралдың үҫемлектәр япмаһының зональ һәм бейеклек бүленеше законлыҡтарын өйрәнеүгә, үҫемлектәр япмаһы классификацияһы һәм үҫемлек ресурстарын һаҡлау, тарихи фитогеография проблемаларына арналған. Г. тарафынан Урал һәм уға яҡын территория флораһының һәм үҫемлектәр донъяһының формалашыу этаптары тасуирланған, Уралда экологик мониторингының теоретик һәм методологик нигеҙҙәре эшләнгән. Башҡортостан территорияһында ботаник-географик районлаштырыуҙы үткәргән, эндемиктарҙың, реликттарҙың үҫеү урындарын асыҡлаған, БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән күп үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре ареалының һыҙым-карталарын төҙөгән. СССР‑ҙың Европа өлөшөнөң үҫемлектәр япмаһы картаһын (1974), РСФСР‑ҙың ҡара тупраҡлы булмаған зонаһының геоботаник картаһын (1980), РСФСР‑ҙың ҡара тупраҡлы булмаған зонаһының үҫемлектәр донъяһын һаҡлау картаһын (1980) төҙөүҙә ҡатнашҡан. В.Н.Сукачёв исемендәге премия лауреаты (2001). Почёт ордены менән бүләкләнгән (1999).

  Хеҙм.: Основные проблемы исторической фитогеографии Урала. Свердловск, 1969; Широколиственные леса и их место в растительном покрове Южного Урала. М., 1972; Растительный мир высокогорного Урала. М., 1975.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.08.2022