ДМИТРИЕВ Александр Семёнович
ДМИТРИЕВ Александр Семёнович (26.8.1912, Сембер губернаһы Ундора а. — 30.11.1983, Өфө ҡ.), физиолог. Биология фәндәре докторы (1951), профессор (1952). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан университетын тамамлаған (1936). 1939 й. алып Красноярск педагогия институтының кеше анатомияһы һәм физиологияһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1946 й. башлап директор урынбаҫары, 1948 й. — Коми педагогия институтының (Сыктывкар ҡ.) директор урынбаҫары һәм бер үк ваҡытта зоология кафедраһы мөдире, 1953 й. — Ярославль педагогия институтының анатомия һәм физиология кафедраһы мөдире. 1957—81 йй. БДУ‑ла: 1980 й. тиклем кеше һәм хайуандар физиологияһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1959—63 йй. фәнни эштәр буйынса проректор. Фәнни эшмәкәрлеге кешенең ваҡыт интервалына ҡарата шартлы рефлекстарын һәм уларҙы юғары нервы системаһы кимәлендә баһалау механизмдарын өйрәнеүгә, кеше һәм хайуандарҙың ваҡытта ориентирлашыуының физиологик механизмдары тураһындағы теория үҫешенә арналған. СССР‑ҙың Бөтә Союз физиологтар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе (1960—80). 2‑се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1945) ордендары менән бүләкләнгән.
Х е ҙ м.: Физиология высшей нервной деятельности. М., 1964.
Әҙәб.: К а л и м у л л и н а Л.Б., М о ч а л о в С.М. Александр Семёнович Дмитриев (1912—1983). Уфа, 1997.
Л.Б.Кәлимуллина
Тәрж. Г.А.Миһранова