Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘШӘҮ ФОРМАҺЫ

Просмотров: 1019

ЙӘШӘҮ ФОРМАҺЫ, организмдың тышҡы ҡиәфәте, уның тышҡы мөхит шарттарына яраҡлашыуын сағылдырған морфол., анатомик, физиол. һ.б. билдәләре комплексы. Хайуандарҙың Й.ф. формалашыуына уларҙың мөхиттә хәрәкәт итеү ысулы, климат шарттары тәьҫир итә. БР имеҙеүселәре ер өҫтө, ш. иҫ. йүгереүселәр (бүре, һеләүһен һ.б.) һәм һикереүселәр (ваҡ дала сысҡаны, ялман һ.б.), ер аҫты, йәки ер ҡаҙыусылар (һуҡыр сысҡан), һауа (эңер ярғанаты, шымаморон һ.б.), һыу (көшөл, ондатра һ.б.) төрҙәренән тора. Төрлө систематик төркөмдәргә ҡараған хайуандарҙың, мәҫ., балыҡтарҙың һәм һыу мөхитендә тереклек иткән ҡоштар м‑н имеҙеүселәрҙең, һауа мөхитендә тереклек иткән ҡоштарҙың, ярғанаттарҙың һәм бөжәктәрҙең Й.ф. оҡшаш булыуы мөмкин. Шул уҡ законлыҡтар үҫемлектәрҙә лә сағыла: уртаса бүлкәттә үҫкән йәйен йәшел (ҡышҡылыҡҡа япраҡ ҡойған) ағастарға ҡайын һымаҡтар (ерек, ҡайын, сәтләүек ағасы), бук һымаҡтар (бук, имән), тал һымаҡтар (тал, тирәк), роза һымаҡтар (алмағас, муйыл, энәлек) һ.б. ғаиләләргә ҡараған үҫемлектәр инә. Суккуленттарға (ҡара: Ксерофиттар) кәрләстәр һәм ҡуян кәбеҫтәләре ҡарай. Һәр бер үҫемлектең Й.ф. онтогенез барышында үҙгәрә, шуға ла классификацион берәмек булараҡ Й.ф. өлкән заттар йыйылмаһын белдерә. К.Раункиер тарафынан тәҡдим ителгән, үҫемлектәрҙең тергеҙеү бөрөләренең уңайһыҙ шарттар осоронда тупраҡ өҫтөнә ҡарата торошона нигеҙләнгән Й.ф. классификацияһы (1905) дөйөм ҡабул ителгән. Башҡортостан флораһы түбәндәге төркөмдәрҙән тора: орлоҡ стадияһында ҡышлаған терофиттар (аҡ алабута, йәшел шыртүлән, эйелгән амарант һ.б.); тамырһабаҡ (баҫыу ҡырҡбыуыны, май ынйы сәскәһе, һырылыусан аҡтамыр һ.б.) йәки һуғанбаш (Биберштейн тюльпаны, бөҙрә ләлә, йомро һуған һ.б.) стадияһында ҡышлаған геофиттар (криптофиттар); тергеҙеү бөрөләре тупраҡ өҫтөнә яҡын ятҡан гемикриптофиттар (болон һәм дала үләндәренең күбеһе: айрауыҡ, болон тимофеевкаһы, дала шалфейы, туғай яраны һ.б.); тергеҙеү бөрөләре тупраҡ өҫтөнән 30 см тиклем бейеклектә урынлашҡан хамефиттар (тау тундраһы, ҡеүәтле йәшел урман һәм мүкле һаҙлыҡ үҫемлектәре — ҡара көртмәле, ҡыҙыл көртмәле, мүк еләге һ.б.); тергеҙеү бөрөләре тупраҡ өҫтөнән 30 см юғарыраҡ булған ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар — фанерофиттар. Һыу үҫемлектәре (аҡ томбойоҡ, бысҡы үлән, һыу үләне һ.б.) гидрофиттар Й.ф. инә. Үҫемлектәр Й.ф. үренделәрҙең структураһы һәм йәшәү оҙайлығы б‑са классификацияһы (авторы И.Г.Серебряков) бар, уға ярашлы үҫемлектәр үләндәргә, ҡыуаҡлыҡтарға, ағастарға һ.б. бүленә. БР флораһының Й.ф. ағастар (32 төр), ҡыуаҡтар (67), ярым ҡыуаҡтар (6), бәләкәй ҡыуаҡтар (14), ярым бәләкәй ҡыуаҡтар (4), күп йыллыҡ (1173), ике йыллыҡ (147) һәм бер йыллыҡ (265) үләндәрҙән тора. Үләндәр тамырһабаҡлыларға (ҡуян ҡолағы, һырылыусан аҡтамыр һ.б.), кәүшәк ҡыуаҡлыларға (айрауыҡ, болон бүтәгәһе һ.б.), тығыҙ ҡыуаҡлыларға (бүтәгәләр, ҡылған һ.б.), үҙәк тамырлыларға (ат ҡуҙғалағы, дарыу бәпембәһе, һеперткеле һыйырғолаҡ һәм башҡалар) һ.б. бүленә. Бер экосистема составында төрлө Й.ф. ҡараған хайуандар һәм үҫемлектәр булыу арҡаһында, ундағы ресурстар тулыраҡ ҡулланыла, экологик мөхиттәр айырыла, биологик төрлөлөк һәм юғары продуктлылыҡ һаҡлана. Төрлө Й.ф. ҡараған үҫемлектәрҙе һайлап алыу урмансылыҡта һәм болонсолоҡта ултыртылған урмандарҙың һәм үлән ҡатнашмаларының биол. продуктлылығын арттырыр өсөн киң ҡулланыла. Мәҫ., битләүҙәрҙе нығытыр өсөн ағас һәм ҡыуаҡтарҙы бергә ултырталар, сабынлыҡ һәм көтөүлектәрҙе яҡшыртҡанда үлән ҡатнашмалары составына тамырһабаҡлы һәм кәүшәк ҡыуаҡлы ҡыяҡлыларҙы индерәләр.

Әҙәб.: Миркин Б.М., Наумова Л.Г. Наука о растительности (история и современное состояние основных концепций). Уфа, 1998.

Б.М.Миркин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019