ГЛОБУЛЯРИЯ
ГЛОБУЛЯРИЯ, йомрогөл (Globularia), глобулярия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 20‑нән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ Африкала һәм Европала таралған. Башҡортостанда һипкелле Г. үҫә. 10—30 см бейеклектәге күп йыллыҡ үлән үҫемлеге. Һабағы төҙ, тармаҡһыҙ. Япрағы ябай; һабаҡ япраҡтары ваҡ, ланцет рәүешендә, ултырма, һабаҡҡа һыйынған; тамыр яны япраҡтары розеткала, ҡалаҡса һымаҡ йәки кире йомортҡа рәүешендә, ҡайһы ваҡыт уйымлы, оҙон һаплы. Сәскәһе күк-шәмәхә төҫөндә, сәскәлеге тумалаҡ. Июндә сәскә ата. Емеше — ваҡ сәтләүек, июль—авг. өлгөрә. Далала, эзбизташлы һәм аҡбурлы битләүҙәрҙә, урман ситендә үҫә. Бишбүләк, Бөрйән, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Күгәрсен, Миәкә һәм Мәләүез р‑ндарында осрай. Декоратив үҫемлек. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Е.В.Кучеров
Тәрж. Г.А.Миһранова