Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОРОН БӘШМӘКТӘРЕ

Просмотров: 823

ТОРОН БӘШМӘКТӘРЕ (Ustilaginales), базидиомицеттар класына ҡараған бәшмәктәр тәртибе. 40 заты, яҡынса 1300 төрө билдәле, бөтә ерҙә лә таралған. Башҡортостанда бер нисә тиҫтә төрө табылған. Спораларының шытыу ысулы б‑са устиляго һәм тиллеция һымаҡтар ғаиләләренә бүленә. Мицелийы дикариотик, еп рәүешле, быуынлы, үрелмәләр барлыҡҡа килтерә. Спора осороу ваҡытында мицелийы спораларға (телиоспоралар, йәки торон споралары, йәки хламидоспоралар) тарҡала. Яҙын, хужа-үҫемлектең төрлө өлөштәрендә телиоспоралар шытып сыҡҡанда, базидиоспоралар м‑н базидиялар барлыҡҡа килә. Копуляциянан һуң базидиоспоралар шытып сыға һәм үҫемлек туҡымаларына үтеп инеүсе мицелий барлыҡҡа килтерә. Күп сәскәле үҫемлектәрҙең паразиттары, айырыуса иген ҡыяҡлылар өсөн зарарлы. Үҫемлектәрҙең төрлө ағзаларын, башлыса емшәндәрен, башаҡтарын, һеперткеләрен, сәкәндәрен, ш. уҡ һабаҡтарын, япраҡтарын, һирәгерәк тамырҙарын зарарлай, уларҙы тулыһынса йәки өлөшләтә юҡҡа сығара (ҡара: Торон).

Р.Ғ.Миңлебаев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: