Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯЛТЫР ГАМАТОКАУЛИС

Просмотров: 680

ЯЛТЫР ГАМАТОКАУЛИС (Hamatocaulis vernicosus), мүк һымаҡтар төрө. Йәшел йәки көрән төҫтәге ҙур ялтыр кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ ике өйлө япраҡ һабаҡлы мүк. Һабағы 5—15 см оҙонлоҡта, ҡыйғас‑тарбаҡлы, ботаҡ башы һәм остары ырғаҡ һымаҡ бөгөлгән. Япрағы оҙон, эйелгән, тәрән буй йыйырсыҡлы. Тамырсығы япраҡ уртаһынан өҫтәрәк тамамлана. Төймәлеге оҙон ҡыҙғылт һапта урынлашҡан. Күбеһенсә вегетатив (үренде өлөштәре м‑н) үрсей. Гипн‑ҡамыш булған уйһыу һаҙлыҡтарҙа үҫә. Игенселәр а. (Ҡыйғы р‑ны) янында табылған. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына, Европаның мүк һымаҡтар Ҡыҙыл китабына индерелгән (1995).

Э.З.Байышева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: