Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠӘНӘФЕР ҺЫМАҠТАР

Просмотров: 1181

ҠӘНӘФЕР ҺЫМАҠТАР (Caryophyllaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. 80 заты, 2000 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Үлән, һирәкләп ҡыуаҡ, ҙур булмаған ағас. Башҡортостанда 23 заттан 72 төр (умырзая, сүлһөйәр, баҡра, һабынсәскә, минуарция, һимерүлән, һабын үләне, йомшаҡсәс, шәфәҡгөл, тарлана, һыбашҡаҡ, етен ҡырлығы, меңбаш, зыягөл һ.б.) үҫә. Күп, һирәгерәк ике һәм бер йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары быуынтыҡлы, төҙ йәки түшәлеүсән, тармаҡлы. Япраҡтары ябай, бөтөн, башлыса ҡыяҡ йәки ҡыяҡ‑ланцет формаһында, япраҡ ҡолаҡсыны юҡ, ултырма йәки һабаҡты яртылаш уратып алған, ҡапма‑ ҡаршы урынлашҡан, һирәк осраҡта сиратлы.

Сәскәләре аҡ, һирәгерәк ҡыҙыл, ал һ.б. төҫтә, дөрөҫ төҙөлөшлө, башлыса ике енесле. Сәскә эргәлеге икәүле йәки ябай, күпселек төрҙәрҙә 5 өлөшлө, һеркәсе күпселек осраҡта 10, емешлеге 1, емшәне өҫкө. Сәскәлеге — һирәк йәки ҡуйы дихазиялар, төргәк сәскә, һирәгерәк сәскәһе яңғыҙ. Бөжәктәр ярҙамында (ябай шәфәҡгөл, бөгөлөүсән елемүлән һ.б., аҡ сәскәле төрҙәр башлыса төнгө күбәләктәр ярҙамында), ҡайһы берҙә үҙ аллы һеркәләнә.

Емеше — ҡумта, сәтләүек. Орлоғон ел, һыу, ш. уҡ ҡоштар, ҡырмыҫҡалар тарата. Күпселек Ҡ.һ. — далала, болондарҙа, ташлы битләүҙәрҙә, ҡайһы берҙәре урмандарҙа, емеш һәм йәшелсә баҡсаларында үҫә. Декоратив үҫемлектәр (ҡәнәфер затына ҡараған төрҙәр, елемүлән, ойогөл һ.б.), ашарға яраҡлы үҫемлектәр (еләкле күбертә, ябай шәфәҡгөл һ.б.), баллы үҫемлектәр (ҡыҙыл ҡәнәфер, туғай йондоҙҡайы, ябай һыбашҡаҡ һ.б.), мал аҙығы үҫемлектәре (ҡыҙыл ҡәнәфер, һыу йомшаҡсәскәһе һ.б.), ағыулы үҫемлектәр (бейек ҡамғаҡ, дарыулы һабынүлән һ.б.), ҡый үләндәре (йорт йондоҙҡайы, иген баҡраһы, ҡырлыҡһ.б.). Составында флавоноидтар һәм сапониндар булған ҡыҙыл ҡәнәфер, ҡамғаҡ, төнгө елемүлән һ.б. халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Үҫемлектәрҙең 12 һирәк төрө (аҡтаж ҡәнәфер, Себер һабынсәскәһе, ҡая ҡамғағы, теҙмә ҡамғаҡ, ҡыуаҡ елемүлән; реликттар Урал минуарцияһы, аҙ япраҡлы елемүлән; эндемиктар Урал ҡәнәфере, Гельм минуарцияһы, Крашенинников минуарцияһы, Крылов зыягөлө, Урал зыягөлө) — БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына, Крашенинников минуарцияһы ш. уҡ РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.05.2023