Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯРАН

Просмотров: 852

ЯРАН 1) (Geranium), яран һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 350‑нән ашыу төрө билдәле, күбеһенсә Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 11 төрө үҫә. Күп, һирәгерәк бер йәки ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары тарбаҡлы, төҙ, күтәрелеүсән, һирәк осраҡта түшәлеүсән, төклө, бейеклеге 10—100 см. Япраҡтары бармаҡ кеүек теленгән, бармаҡса айырсалы, һирәгерәк ҡыйғас, төклө. Сәскәләре ал, ҡыҙыл, аҡ төҫтә, ҡуйын сәскә һаптарында урынлашҡан. Июнь—сентябрҙә сәскә ата. Емеше — ҡумта, өлгөргәндә (июль—октябрь) уның ҡапҡастары дуға һымаҡ бөгөлә йәки спираль формаһын ала. Урман Я. республиканың бөтә территорияһы буйлап урмандарҙа; реликт булған Роберт Я. — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һәм Башҡортостандың Урал алдындағы киң япраҡлы урмандарҙа; реликт булған ялған Я. — башлыса болонло далаларҙа; болон Я., ике япраҡлы Я. һәм ҡан‑ҡыҙыл Я. — болондарҙа һәм урман ситтәрендә; ҡалҡыулыҡ Я., һаҙ Я. — һаҙлыҡтарҙа, һыубаҫар болондарҙа; бәләкәй Я. һәм себер Я. — ташландыҡ ерҙәрҙә, торама пункттарҙа, юл буйҙарында; богемия Я. ҡый үләне булараҡ урман үртәндәрендә һәм ҡырҡындыларында үҫә, һирәк осрай. Я. күпселек төрҙәре Башҡортостандың Урал алдында, һирәгерәк Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында таралған. Һаҙ Я. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Декоратив үҫемлектәр, бәләкәй Я. һәм себер Я. — рудераль үҫемлектәр. Составында дуплау матдәләре, эфир майҙары, витаминдар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. 2) Яран һымаҡтар ғаиләһенең пеларгония затына ҡараған декоратив үҫемлектәр ҡайһы берҙә Я. тип атала.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.05.2023