Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘРЙЕН ҺЫМАҠ ГЕРИЦИЙ

Просмотров: 653

МӘРЙЕН ҺЫМАҠ ГЕРИЦИЙ (Hericium coralloides), базидиомицеттар класының герицийҙар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Емешлек тәненең (йыл һайын барлыҡҡа килмәй) диам. 30—40 см, мәрйен һымаҡ, аҫҡа ҡараған ҡуйы мурт алһыу энә м‑н ҡапланған. Емешлек тәненең консистенцияһы итләс йәки ҡаты итләс. Итсәһе аҡ (тейгәндә һәм киптергәндә көрән төҫкә инә), өлгөргән бәшмәктеке — көрән. Споралары аҡ төҫтә. Факультатив паразит, ксилотроф: япраҡлы ағастарҙың (башлыса ҡайындың) олононда үҫә. БР‑ҙа киң япраҡлы һәм ҡатнаш урмандарҙа июлдән алып сент. тиклем осрай; үҙағастың тарҡалыу процестарында ҡатнаша. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Р.Ғ.Миңлебаев, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: