Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯБАЙ ГЕТЕРОПЕДИЯ

Просмотров: 928

ЯБАЙ ГЕТЕРОПЕДИЯ (Heteropedia simplex), күп күҙәнәкле һары‑йә­шел­ылымыҡтар төрө. Яҫы паренхиматоз ҡатлансығы (епсәләрҙән барлыҡҡа килгән) йыш ҡына үҙ‑ара епсәләр м‑н тоташҡан өлөштәргә бүленә. Күҙәнәктәре башлыса оҙонса, диам. 6—12 мкм. Ситке ептәренең ос күҙәнәктәре башҡаларға ҡарағанда эрерәк, һуҙынҡы, тура йәки бөгөлгән, оҙонлоғо 18 мкм тиклем. Күҙәнәк составында ялғаш йәки улаҡ формаһындағы бер хлоропласт бар. БР терр‑яһында Я.г. Ағиҙел, Инйәр йй. туғайҙарындағы болондарҙа (Белорет р‑ны), Шәмсетдин күленең тирә‑яғында (Бөрө р‑ны) осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл­ китабына индерелгән.

Р.Р.Кәбиров

Тәрж.­Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019