Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГИСТОЛОГИЯ

Просмотров: 1216

ГИСТОЛОГИЯ (гр. histos, histion — туҡыма һәм ...логия), хайуан һәм кеше туҡымалары т‑дағы фән. Дөйөм (туҡымалар үҫешенең һәм төҙөлөшөнөң төп принциптарын, уларҙың функцияларын өйрәнә) һәм айырым (туҡыма комплекстары үҙенсәлектәрен һәм ағзаларҙың микроскопик төҙөлөшөн тикшерә) бүлектәрҙән тора. Анатомия, физиология, цитология, эмбриология һ.б. м‑н бәйле.

Кеше Г. Республикала Г. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Медицина университетында алып барыла, унда 1934 й. профилле каф. асыла. 30‑сы йй. башы — 50‑се йй. уртаһында аш һеңдереү системаһының лайлалы тиресәһе туҡымалары (В.М.Романкевич, И.И.Садовников, Н.Р.Царапкин, Н.И.Чурбанов), 50‑се йй. аҙ. — 70‑се йй. башында эмбриондың аш һеңдереү көпшәһенең иннервация аппараты формалашыу үҙенсәлектәре (Л.И.Бикбулатова, М.Е.Быков, Ф.Ә.Ҡәйүмов, В.Н.Швалев, Н.С.Шиманов), эритроциттарҙың тереклек эшмәкәрлеге процесында гистохимик үҙгәреш, ш. уҡ йөклө булғанда ҡан күҙәнәктәренең үҙгәреүе (Шиманов) өйрәнелә. 70‑се йй. аҙ. — 80‑се йй. уртаһында кеше тиреһенә тышҡы мөхиттең төрлө факторҙары тәьҫире (Бикбулатова), нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте эшселәренең ҡан күҙәнәктәренең морфол. үҙенсәлектәре (Ә.Ғ.Кадикова, Х.Х.Мырҙабаев, Р.В.Росинская) асыҡлана. 80—90‑сы йй. һөлдә мускулдары туҡымаһы (Г.Ф.Батыршина, Р.К.Данилов), эмбриогенезда күҙҙең төҫлө шекәрәһенең нервы-мускул туҡымаһы (З.Б.Ишмәева) гистогенезы һәм регенерацияһы, Ҡәйүмов етәкс. насар экологик шарттарҙа “әсә—балаятҡы—яралғы” системаһында ҡан күҙәнәктәренең морфофункциональ үҙенсәлектәре тикшерелә. 2000 й. алып (Мырҙабаев) терәк‑хәрәкәт аппараты туҡымаларының һәм тиренең пуля яраһынан һәм механик йәрәхәттән һуң регенерацияһы проблемалары (А.Х.Ланичева, Р.Т.Сөләймәнова) өйрәнелә.

Хайуандар Г. Хайуандар Г. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1930 й. С.И.Карпинский етәкс. БАХИ‑ла анатомия, гистология һәм патология каф. башлана. 50‑се йй. йылҡының инфекцион анемияһы ваҡытында йөрәктең интрамураль нервы ганглийҙары төҙөлөшө өйрәнелә (Л.Н.Судзиловский), һарыҡтарҙың ашҡаҙан аҫты һәм бөйөр өҫтө биҙе туҡымаларына яҡтылыҡ-оптик һәм ультраструктур тикшеренеүҙәр үткәрелә; гистологик препараттарҙы буяуҙың яңы ысулы индерелә (З.Н.Варфоломеева). 70‑се йй. аҙ. һарыҡтарҙың периферик нервы системаһы төҙөлөшө (З.И.Приказчикова), тышҡы мөхиттең төрлө факторҙары тәьҫирендә сусҡа ҡанының морфол. составы үҙенсәлектәре (Ф.Ә.Кәримов), 80‑се йй. сусҡа дизентерияһы ваҡытында эсәктәрҙең интрамураль нервы системаһы ганглийҙарындағы үҙгәрештәр (З.З.Яппарова), ҡиммәтле тиреле йәнлектәрҙең эндокрин системаһы ағзалары һәм эсәктәре (В.А.Макевнина), ҡоштарҙың арҡа мейеһе ганглийҙары (Е.Г.Вехновская), нормала һәм гепатоз булғанда хайуандарҙың периферик нервы системаһы (В.Н.Байматов) төҙөлөшө өйрәнелә. 90‑сы йй. башлап гельминтоз булғанда бауырҙың тергеҙеү процестарын көйләү, периферик нервы системаһындағы үҙгәрештәр б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла; ультраструктур кимәлдә арҡа мейеһе, симпатик һәм интрамураль нервы ганглийҙары (Ғ.Р.Шакирова), нитрат м‑н ағыуланғанда ҡаҙ эсәктәрендәге интрамураль нервы ганглийҙары (Р.Ф.Ғәниева) морфогенезы законлыҡтары тикшерелә; Ә.Ғ.Маннапов етәкс. кешенең һәм хайуандың онтогенезда мускул епсәләрендәге морфофункциональ үҙгәрештәр өйрәнелә. 21 б. башынан хайуандарҙың үрсеү (Н.В.Гребенькова, А.В.Долматова, А.В.Мальцев, Р.Ш.Мукимов, Е.Н.Сковородин, Р.Ю.Хохлов) һәм периферик нервы системаһы (Г.Р.Зәкиева, С.М.Шакирова) ағзалары, төрлө бауыр ауырыуҙары булғанда сусҡаның ашҡаҙан аҫты биҙендәге үҙгәрештәр (Е.П.Сальникова), ҡомаҡ бауырының морфофункциональ торошона диоксиндар тәьҫире (Е.С.Волкова) һ.б. тикшерелә. 60‑сы йй. БДУ‑ла тауыҡ эпидермисы гистогенезы законлыҡтары (С.Г.Штехер), 70‑се йй. бесәй йөрәгенең афферент үткәргестәре төҙөлөшө (О.П.Стулова) һәм ҡомаҡтарҙың баш мейеһенең миндалгә оҡшаш комплексы (Л.Б.Кәлимуллина) тикшерелә.

Ә.Ғ.Кадикова, Ә.Ғ.Маннапов, Х.Х.Мырҙабаев, Ғ.Р.Шакирова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: