Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ГЛУХОВСКАЯ”

Просмотров: 1139

“ГЛУХОВСКАЯ”, шифахана. Бәләбәй р‑нында, Өфөнән көньяҡ-көнбайышҡа табан 175 км һәм Глуховская т. юл ст. 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра −15°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 18°С). 1892 й. эшҡыуар И.П.Коньшиндың “Урыҫ Швейцарияһы” хосуси ҡымыҙ дауаханаһы булараҡ асыла, 1921 й. алып В.В.Воровский ис. “Ключёвка” туберкулёзға ҡаршы миҙгелле шифаханаһы, 1957 й. — СССР МС‑ы эргәһендәге КГБ‑ның, 1960 й. — РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, 2005 й. алып РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм соц. үҫеш министрлығының хәҙерге исемдәге шифаханаһы. Бәүел-енес туберкулёзы м‑н ауырығандарҙы дауалау өсөн тәғәйенләнгән. Йыл әйләнәһенә эшләй, 250 урынға иҫәпләнгән (2011). Төп дауалау факторҙары: ҡымыҙ һәм климат. Дауалау физкультураһы, диетотерапия, физиотерапия ҡулланыла, антибактериаль һәм патогенетик дауалау үткәрелә. Ҡымыҙ оҫтаханаһы эшләй.

И.Р.Фәрхшатов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.10.2019