Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒИЛМЕТДИНОВ Әмир Тимерйән улы

Просмотров: 1073

ҒИЛМЕТДИНОВ Әмир Тимерйән улы (3.8.1955, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Иҫке Мортаза а.), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ эшләй (2005 й. тиклем Стәрлетамаҡ филиалында). Фәнни хеҙмәттәре оксигенаттарҙы тикшереүгә һәм уларҙы файҙаланып альтернатив мотор яғыулыҡтары уйлап табыуға, эске яныулы двигателдәрҙең энергетик‑экологик характеристикаларын өйрәнеүгә арналған. Оксигенаттар нигеҙендә Ғ. юғары экологик характеристикалы бензиндар өсөн детонацияға ҡаршы юғары эффектлы өҫтәмәләр уйлап таба. 170‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Перспективы и проблемы альтернативных моторных топлив. Уфа, 1998 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: