Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒИМАЕВ Рәғиб Нәсретдин улы

Просмотров: 1225

ҒИМАЕВ Рәғиб Насретдин улы (1.1.1935, БАССР‑ҙың Ҡыйғы районы Ибрай а. — 29.1.2016, Өфө), химик‑технолог. БР ФА академигы (1991), техник фәндәр докторы (1977), профессор (1978). РСФСР‑ҙың (1985) һәм БАССР-ҙың (1973) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1973), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1997), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1975). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1958) 1963 йылға тиклем Яңы Өфө НЭЗ‑ында эшләй. 1966 йылдан алып ӨНИ‑лә: 1976 йылдан — нефть һәм газ технологияһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта технология факультеты деканы. 1981—99 йылдарҙа БДУ ректоры, бер үк ваҡытта аналитик химия һәм дөйөм химик технология кафедраһы мөдире, 2004 йылдан башлап ректор советнигы. 1991—97 йылдарҙа БР ФА‑ның вице‑президенты. Фәнни хеҙмәттәре нефть ҡалдыҡтарының, нефть пектарының һәм углеродлы сүстәрҙең термик крекингын тикшереүгә, шул иҫәптән кавитацион‑акустик ысулдар менән термодеструктив эшкәртеүгә, арналған. Ғ. тарафынан ароматик берләшмәләргә байыҡтырылған нефть продукттарын термик юл менән эшкәрткәндә шыйыҡ кристалдар формалашыуының законлыҡтары билдәләнгән. Нефттең анизотропик структуралы нефть коксын сығарыу технологияһын (Красноводск НЭЗ‑ында индерелә), никелде иретеп алған ваҡытта (Реж никель заводында), фосфор (“Фосфор” Чимкент ПБ‑нда), барий сульфиды (“Сода” ПБ) һәм стронций (Константинов химия заводында) сығарғанда нефть коксын ҡулланыуҙы, махсус нефть продукттарын сығарыу технологияһын эшләүселәрҙең береһе.

400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 163 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың Ректорҙар советы рәйесе (1981—2000 йылдарҙа). РФ Дәүләт Йыйылышының 3‑сө саҡырылыш, БАССР ЮС‑ының 10—11‑се һәм БР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш депутаты. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника  өлкәһендәге (2003), БР ФА‑ның С.Р.Рафиҡов исемендәге (2012) премия лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән (1981).

Х е ҙ м.: Нефтяной игольчатый кокс: структура и свойства. Уфа, 1996 (авторҙ.); Газовые методы повышения нефтеотдачи. Уфа, 1999 (авторҙ.); Модели менеджмента качества. Уфа, 2005 (авторҙ.).

Ф.Х.Ҡоҙашева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2021
Шәхестәр: