Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒИМАЛОВА Фәнүзә Арыҫлан ҡыҙы

Просмотров: 1037

ҒИМАЛОВА Фәнүзә Арыҫлан ҡыҙы (3.10.1957, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Бикбирҙе а.), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (2007), проф. (2010). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) Органик химия ин‑тында эшләй: 1993 й. алып — өлкән, 2008 й. башлап төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге 11‑дезоксипростагландиндарҙы, простагландиндарҙың wперфторароматик аналогтарын һ.б. тикшереү һәм синтезлауға арналған. Ғ. тарафынан ферутинолдың химик трансформацияһы тикшерелгән, Гроб б‑са гомофрагментацияһы асылған. Уның ҡатнашлығында хлорланған циклопентенондарҙың, яман шешкә ҡаршы тәбиғи берләшмәләрҙең (стероидлы OSW‑1 сапонины, B эпотилоны һәм уның аналогтары) фармакологик перспективалы сығарылмаларын синтезлау ысулдары эшләнгән. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Морские простаноиды //Успехи химии. 1994. Т.63. №6 (авторҙ.); Новые хлорированные циклопентеноны из гексахлорциклопентадиена: получение, химические свойства и использование в направленном синтезе //Известия Академии наук. Серия химическая. 2001. №9 (авторҙ.).

 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: