ДӘМИНЕВ Рөстәм Риф улы
ДӘМИНЕВ Рөстәм Риф улы (2.6.1972, Стәрлетамаҡ ҡ.), нефтехимик. БР ФА профессоры (2016), техник фәндәр докторы (2006), профессор (2015). БР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (2005), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2016). ӨДНТУ‑ны тамамлаған (1994). 1998 й. алып ӨДНТУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында эшләй: 2007 й. башлап директор урынбаҫары, бер үк ваҡытта дөйөм химик технологиялар кафедраһы мөдире, 2011 й. башлап директор. 2021 й. алып БР ФА‑ның вице‑президенты вазифаһын башҡарыусы, 2022 й. — вице‑президенты. Фәнни хеҙмәттәре химик‑технологик процестарҙы (изомерлаштырыу, гидрирлау һ.б.) интенсивлаштырыу өсөн физик ысулдарҙы ҡулланыуға, электр‑магнит ҡыры эсендә файҙаланыу өсөн яраҡлаштырылған ҡаты хәлдәге катализаторҙарҙы һ.б. эшләүгә арналған. Д. ҡатнашлығында СВЧ‑нурланышы файҙаланылған технологиялар (эзбизташты үртәү, натрий амальгамаһын тарҡатыусы – гратонды реактивациялау, углеводородтарҙы каталитик дегидрирлау) һәм углеводородтарҙы дегидрирлау өсөн электродинамик реактор; сода етештереүҙә барлыҡҡа килгән ныҡ минералланған ҡалдыҡ һыуҙарынан кальций пероксиды алып утилләштереү алымы уйлап табыла. РФА‑ның Газохимия буйынса ғилми советы ағзаһы, Юғары аттестация комиссияһының эксперт советы ағзаһы (икеһе лә — 2022 й. алып).
Хеҙм.: Гетерогенно-каталитические промышленные процессы под действием электромагнитного излучения СВЧ-диапазона. М., 2006 (авторҙ.).
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов